Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Август 2020, 12:35

Бәшмәк ашап, ҡыҙҙары вафат булған, ә үҙҙәре...

Аяныслы хәл Әбйәлил районында теркәлгән.

Һуңғы ваҡытта яуған ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар уны йыйырға урманға ашыға. Әммә һеҙ яратҡан ризыҡтың күп осраҡта ағыулы булыуын да оноторға ярамай. Һөҙөмтәлә тап ошо осорҙа бәшмәк ашап ағыуланыусыларҙың һаны арта. Күңелһеҙ ваҡиға кисә Әбйәлил районында теркәлгән. 10 августа Асҡар ауыл биләмәһендә йәшәүсе ғаилә бәшмәк ашап ағыуланыуы арҡаһында дауаханаға эләккән. 1991 йылғы ғаилә башлығы һәм 3 йәшлек улы әле ауыр хәлдә дауаханала, ә 6 йәшлек ҡыҙыҡай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп еткәнсе үк йән биргән.

Белеп ҡуйығыҙ: таныш бәшмәкте лә ашап, ағыуланырға мөмкин. Көн торошона бәйле, бәшмәктә файҙалы һәм ағыулы матдәләрҙең кимәле үҙгәрә. Ашауға яраҡлыһында ла микродозаларҙа синиль кислотаһы һәм мышаяҡ бар бит. Йәй ни тиклем эҫерәк, уларҙың кимәле лә шунса күберәк. Юғары температура бәшмәктең тиҙ ҡартайыуына, аҡһымдарҙың тарҡалыуына килтерә. Ә уның сереүенән барлыҡҡа килгән матдәләр “үлек ағыуы”на тиң тиерлек. Шуға ла ашарға яраҡлы бәшмәк менән эҫе көндәрҙә йышыраҡ ағыуланалар. Аҡыллыға – ишара: ҡояш ҡыҙҙырған ваҡытта, бәшмәк йыям, тип ауыҙ асмауың хәйерле.


Әгәр ағыуланһағыҙ

Быны 30 минуттан, бер нисә сәғәттән, хатта ашағандан һуң бер тәүлек үткәс тә түбәндәге симптомдар буйынса белергә мөмкин:

- эс ауырта, ҡоҫтора, күңел болғана, хәл бөтә, баш ауырта, ныҡ тирләтә, температура күтәрелә;
- ауыр осраҡтарҙа тән тартыша, кеше иҫен юғалта, һаташа, бәүеле булмай.


Ағыуланыуға шик тыуһа, шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ!

“Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем ағыуҙың ҡанға һеңеүен кәметергә кәрәк:

- мөмкин тиклем күберәк һыу эсерергә;
- тел төбөнә баҫып, ҡоҫторорға;
- ағыуланған кешене ятҡырып, юрған менән ябырға, аяғына грелка ҡуйырға;
- тоҙло һыу эсерергә (бер стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ).

Ашауҙан һуң тороп ҡалған бәшмәкте ташламағыҙ – табипҡа күрһәтегеҙ. Нимә менән ағыуланғанды белгәндә, дөрөҫ дауа тәғәйенләүе еңелерәк буласаҡ.


ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ!

Бәләкәс балаларға бәшмәк ашатмағыҙ! Сөнки уларҙа әлегә был аҙыҡты эшкәртә торған ферменттар юҡ.

Ҡарт бәшмәкте йыймағыҙ – унда токсиндар күп.

Урманға полиэтилен пакет менән йөрөмәүең хәйерле – һауа булмағанда бәшмәк күҙ асып йомғансы боҙола.

Сүплектәге, юл буйындағыларын ашарға ярамай – тирә-яҡ мөхиттән зарарлы матдәләрҙе үҙенә йыйыу һәләтенә эйә.
Фото:vikgeo.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-shm-k-ashap--i-ari-vafat-bul-an----re-405450/
Читайте нас: