Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Август 2020, 11:30

Вилли өҫтөндә болоттар ҡуйыра

Элвин Грей Гөлназ Асаеваның ире Вилдан Шәмсетдинов менән судлаша башлаһа, был нимә менән тамамланыуы ихтимал? Өфө адвокаттарының береһе ошо хаҡта “Комсомольская правда” порталында фекере менән бүлешкән.

Һүҙ Элвин Грей һәм Вилли араһында килеп тыуған ижади аңлашылмаусанлыҡтар хаҡында бара. Бығаса билдәле милләттәшебеҙҙең лейблы аҫтында сығыш яһаған Вилдан Шәмсетдинов өйләнгәндән һуң социаль селтәрҙәр аша хәҙер ирекле ижадсы икәнлеген һәм башҡа “Элвин Грей” лейблы аҫтында сығыш яһамауын белдерһә, Радик Юлъяҡшин да яуабын оҙаҡ көттөрмәгән. Ул социаль селтәрҙә Вилдан Шәмсетдинов әлеге репертуары менән сығыш яһай алмаясағын, ротацияларҙан алыуын һәм башҡа сикләүҙәр ҡуйылыуын, әгәр Виллины берәйһе сығыш яһарға саҡырһа, биш миллион һум штраф түләйәсәген белдергән. “Бәғзеләрҙең ысын йөҙөн күрҙек”, тип тә өҫтәгән. Эш шунда: Вилдандың псевдонимы һәм репертуары тулыһынса “Элвин Грей” лейблы милке булып тора, имеш.
Адвокат билдәләүенсә, килеп тыуған сетерекле проблеманы ике юл менән хәл итергә мөмкин: суд аша йә килешеү буйынса.
– Барыһы ла автор хоҡуҡтары кемдә булыуынан тора. Ғәҙәттә, был алдан уҡ билдәләнә, шуның өсөн килешеүҙе күрер кәрәк. Ғөмүмән, Радик Юлъяҡшин Виллины тулыһынса юҡҡа сығара ала, әлбиттә. Күп осраҡтарҙа шулай була ла. Лейблда ҡатнашыусыларҙың береһе китһә, проблема йә суд аша, йә ирекле килешеү нигеҙендә хәл ителә. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай низағ лейбл өсөн яҡшы реклама ла булып тора. Был хаҡта һөйләйҙәр һәм бренд тағы ла популярыраҡ була бара, - тип белдергән “Комсомольская правда” порталына Роман Петров.
Әйтергә кәрәк, беҙгә Элвин Грей һәм Вилли араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙың ни тиклем етди һәм ысын икәнлеген төшөнөү зарур. Әллә иһә был яҡшы уйланған реклама кампанияһымы?
Әйткәндәй, быға тиклем Радик Юлъяҡшин билдәле сәхнә оҫталары Гүзәл Уразова, Салауат Фәтхетдинов менән дә һүҙгә килешкәйне...
Фото: business-online.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: