Инде ҡысҡырыуҙан тамам тамағы кибеп, өҙөк-өҙөк кенә һулҡылдаған бәләкәстең күҙ йәштәренә битараф булмаған йән эйәһе шулай ҙа бар. Юҡ, ул вахтала ултырыусы, күп михнәттәр күргән оло йәштәге инәй ҙә, йәшлек бөркөп торған шат күңелле сибәр шәфҡәт туташы ла, һүрән ҡарашлы шымтояҡ ҡарауылсы ҡарт та түгел. Ул – ШӘЙҘYК. Әҙәмдәрҙең күҙенә бер ҡасан да күренмәҫ зат шунда. Барлыҡ көнитмеше – әрнеп илаған балаларҙы табып, уларҙың әсе күҙ йәштәрен эсеү. Бына әле лә ул йәлпәк, еңел генә формаһын үҙгәртергә һәләтле кәүҙәһе менән яртылаш асыҡ форточка ишегенән һурылып үтеп, тимер рәшәткәләргә нәҙек ҡулдары менән тотоноуы булды, оҙон иркә теле сабыйҙың алһыу бите буйлап тәгәрәгән йылы тамсыларҙы яларға керешеп тә китте.
Шул тиклем тоҙло йәштәр булыр икән дә! Уларҙың әсеһенән хатта Шәйҙүктең тамағы рәхәт итеп ҡурыла. Бер тамсыһын да әрәм итмәй ялап бөтөрөргә кәрәк, артҡанын үҙе менән алып ҡайтыр. Иң мөһиме – был әсекәйҙәр сабыйҙың йөрәгенә таммаһын. Ябай тамсылар булып күренһәләр ҙә, яман мәкерле улар. Кескәй әҙәмдәрҙең йөрәгенән бар әрнеүҙәрен йыуып сығаралар ҙа, киренән шунда уҡ ҡайтып, боҙ булып туңалар. Бер тамсы бер күҙәнәкте үлтерә.
Һулҡылдап типкән бәләкәй йөрәк яйлап тойом һәләтен юғалта. Ниндәй генә ғазаптарға дусар булмаһын, битараф ҡала. Шәйҙүк өсөн йәшәү сығанағы булған күҙ йәштәренең бер бөртөгөн дә тамыҙмаясаҡ ундай кеше. Иң ҡурҡынысы бына ошо, шунлыҡтан Шәйҙүк әсе тамсыларҙы бит буйлап аға башлау менән теленә эләктереп ала. Артып ҡалғандарын, һалҡын тыны менән туңдырып, гәрәбәләй бер епкә теҙеп муйынына аҫа ла, алып китә.
Тик ни өсөндөр, йәш тамсыларын оҙаҡ һаҡлап булмай, бер нисә көн үтеү менән гәлсәрҙәй бөртөктәр ҡарайып, көс еткеһеҙ ауырая. Шәйҙүк йәшәгән ҡала ситендәге ташландыҡ йорттоң подвал иҙәненә бер аҙна эсендә уларҙан тау өйөлә. Егәрле зат ҡара борсаҡтарҙы алыҫ тауҙар ҡуйынындағы ер тишегенә ташып түгә.
Ауырыу баланың илап хәле бөттө, ситлек-карауатына һуҙылып төштө лә аңын юғалтты. Артыҡ тамсыларҙан муйынсаҡ тағып, Шәйҙүк тауышһыҙ ғына тәҙрә аша сыҡты.
Тышта моңһоу көҙҙөң аҙаҡҡы көндәре. Яланғас ағастар, ботаҡ-ҡулдарын һәлендереп, йәшел яҙ тураһында хыяллана. Туңып, ярыла башлаған ер тәбиғәт-әсәнең өҫтөнә ҡар юрғанын ябыуын көтөп зарыға.
Шәйҙүк яйлап ҡына тротуар ситенән атлай-атлай кешеләрҙе күҙәтә. Әҙәмдәрҙең күреү һәләте сикләнгән булмаһа, улар ҙа тәне ап-аҡ тоҙ менән ҡапланған бәләкәй кәүҙәле заттың ҡыҫҡа кәкре аяҡтарында яндарынан уҙып барыуын күрерҙәр ине.
Ул “Уйынсыҡтар” тип яҙылған ҙур кибет ҡаршыһында туҡтаны. Шәйҙүк тап ошонда үкереп илаған бәләкәстәрҙең йәштәрен йыш эсә. Балалар ололарҙан витринаға теҙелгән төрлө тәтәйҙәрҙе талап итеп еңешә.
Ана ике кеше китеп бара. Ҡысҡырып көлә-көлә нимәлер хаҡында һөйләшәләр. Туҡта. Бәләкәй әҙәмдәр илай һәм ғазаплана ғына беләме икән?! Шәйҙүк бер ваҡытта ла йылмайған сабый күргәне юҡ.
Кибеттең әйләнмәле ишектәренән йәш ҡатын килеп сыҡты. Ул саҡ ҡына ергә эйелеп кемгәлер өндәште, күкрәгенә бушлыҡты ҡосоп, шат йылмайҙы. Яңы ғына ул, үкһеп илаған ҡыҙын етәкләп, ошо ишектән кереп киткәйне түгелме?! Ҡапыл ҡатын бушлыҡҡа ҡулын һуҙҙы һәм ап-аҡ уйынсыҡ ҡуян хасил булды. Бөтәһен дә аңланы Шәйҙүк. Уның күҙҙәре бары илаған балаларҙы ғына күрә ала. Бәләкәстәр ололар кеүек йылмаямы икән?
Шәйҙүк ҡала уртаһында урынлашҡан балалар йортона йүнәлде. Бында кескәйҙәр башҡа урындарға ҡарағанда йышыраҡ илай. Әсе күҙ йәштәрен яратҡан зат уларҙың ни өсөн ғазапланыуын да белеп бөткән. Күбеһе ата-әсәһен һағына, һәр яңы көндө уларҙың килеүенә өмөтләнеп ҡаршылай. Ҡайһылары үҙҙәренең ниңә илағанын да белмәй, мөхәббәткә һыуһаған бәләкәй йөрәктәренең әрнеүен баҫырға теләй. Шәйҙүк һуңғы ваҡытта төшөнә башланы – сабыйҙарҙы илатыусылар – оло кешеләр. Ниңә кәрәк уларға кескәй әҙәмдәрҙең күҙ йәше? Улар әсе бөртөктәр менән туҡланмай. Бәлки, сабыйҙарҙың йылмайыуы насар тәьҫир итәме? Улай тиһәң, магазин янындағы ҡатын ҡыҙының йылмайыуын күреп нисек шатланды! Аңламаҫһың был кешеләрҙе. Ҡыҙыҡ, Шәйҙүккә нисек йоғонто яһар ине икән бала йылмайыуы?!
Балалар йортонда бөгөн тып-тын. Оҙон коридор буйлап тәрбиәселәр генә үтеп йөрөй. Шәйҙүккә шулай тойола. Ысынында иһә бында шундай йәнлелек, сөнки икенсе балалар йортонан ҡунаҡтар килгән. Yҙҙәренсә бер бәләкәй байрам ойоштормаҡсылар. Моғайын, берәйһе илар, тигән уй менән Шәйҙүк ҡаттар араһындағы тәҙрә төбөнә ултырып көтә башланы.
Һауаға эленгән ауыр болоттарҙан тәүге ҡар бөртөктәре ҡойола. Бейек йорттарҙан төшкән яҡтылыҡ нурында улар төрлө төҫкә инеп яна. Ҡаршыла урынлашҡан ике ҡатлы әкиәттәй матур бина янына туҡтаған машиналар ярты сәғәттән ап-аҡ япмаға төрөндө. Унда ла ниндәйҙер байрам. Шәйҙүк бейек прическалы, ялтыр күлдәкле, сибәр һәм тәкәббер ҡатын-ҡыҙҙарҙы, галстук таҡҡан, ҡулдарына бейек аяҡлы рюмкалар тотҡан һалҡын ҡарашлы ирҙәрҙе иҫәпһеҙ күп яҡты уттар менән балҡыған ҙур тәҙрәләр аша оҙаҡ күҙәтте. Айырыуса уны матур заттарҙың муйындарына аҫылған үтә күренмәле бөртөктәр ҡыҙыҡһындырҙы. Ике тамсы һыуҙай күҙ йәштәрен хәтерләтә улар.
Ултырған урынында ойоп киткән Шәйҙүкте ҡысҡырышҡан, көлөшкән тауыштар уятты. Бәй, был нимә? Күктә мең төрлө төҫтәрҙән хасил булған биҙәктәр бейешә. Yәт мөғжизә! Әйтерһең дә, йыһан төпкөлөндә тыуған йәйғор-сәскәләр ергә ҡойола. Был бары тик байрам хөрмәтенә матур йорттоң хужаһы тарафынан ойошторолған фейерверк ине. Ул кисә сит ил фирмаһы менән миллион доллар килтерерҙәй контракт төҙөнө. Балалар йортоноң бәләкәй төҫһөҙ тәҙрәләре бихисап күҙҙәр менән ҡапланды. Хәйер, уларҙы Шәйҙүк асыҡ күрҙе. Урамда геүләшкән оло әҙәмдәрҙең береһе лә ҡаршы яҡҡа ҡараш ташламаны. Шәйҙүктең дә эш сәғәте һуҡты. Ул, бар донъяһын онотоп, бына нисәнсе тапҡыр кескәй әҙәмдәрҙең күҙ йәштәрен эсергә тотондо.
Ете төн ауғас, көс еткеһеҙ ауыр йөгөн һөйрәп, күренмәҫ зат йортона ҡайтып йығылды. Башҡа көндәге кеүек ни өсөндөр тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Күҙ алдынан матур бинаның алдында байрам иткән кешеләр төркөмө, тар тәҙрәләргә ҡапланған моңһоу йөҙлөләр китмәне. Төҫлө ялҡын биҙәктәр ямғыры төнгө күктән яуҙы ла яуҙы. Ахыры ятҡан еренән ҡабат тороп тышҡа сыҡты, аяҡтары үҙенән-үҙе баяғы ике ҡатлы күркәм йорт яғына атланы.
Шәйҙүк ашхананың асыҡ ҡалдырылған форточкаһы аша эскә үтте. Ҡап-ҡараңғы бүлмәләрҙә бер кем дә юҡ, бөтәһе лә йоҡлай, күрәһең. Семәрләп эшләнгән бормалы баҫҡыс буйлап өҫкө ҡатҡа йүгерҙе. Ҡапыл йөрәге тертләне, уның бында булғаны бар. Юҡ, был йортта бер ниндәй ҙә сабый йәшәмәй, ул күҙ йәштәрен татыған һәр баланы хәтерләй. Тимәк, башҡа сәбәп менән килгән булырға тейеш. Хәҙер ошо мөйөштән боролһа, киң япраҡлы түшәмгә еткән гөл ултырасаҡ. Ысынлап та. Аяҡ аҫтында ятҡан ҡара-йәшел, ҡыҙыл сәскәле йөнтәҫ балаҫтың тәпәйҙәрҙе иркәләүе шундай кинәнес бирә. Бәй, дөм-ҡараңғыла ҡайҙан ул балаҫтың биҙәктәрен айыра? Уң яҡтағы тәүге ишеккә барып еткәс, Шәйҙүк туҡтап ҡалды. Нәҙек ҡулдары өйрәнелгән хәрәкәт менән тотҡаны ике тапҡыр һулға борҙо. Бер яҡ стенаны алып торған китап кәштәһе, ҡаршыла бейек имән өҫтәл, йомшаҡ кәнәфи, креслолар… Шәйҙүк әйләнмәле ултырғысҡа ултырҙы ла аяҡтарын өҫтәлгә һалды.
Ҡулдары һәрмәнеп, сигараларын эҙләне. Бөттөмө икән ни? Секретары тағы ла Кубаға заказ ебәрергә оноттомо икән? Эштән ҡыуырға кәрәк уны. Шәйҙүк ҡатып ҡалды. Кем ул? Башына ҡайҙан бындай ят уйҙар килә? Артына боролдо… Стенала элеүле торған портреттан уға таныш йөҙ текәлгән. Ялбыр ҡаштар аҫтына йәшеренгән уҫал күҙҙәр, маңлайына бураҙна булып ятҡан һырҙар, ҡымтылған ҡалын ирендәр… Шәйҙүктең башы әйләнде, уйҙары буталды. Ул һикереп торҙо ла бар көсөнә бүлмәнән сығып йүгерҙе. Ҡолаҡ төбөндә ел һыҙғырҙы, ә күҙ алдынан йәшен тиҙлегендә элекке тормошо үтте. Портреттағы кеше ул – Шәйҙүк, тик кеше сифатында.
…Ул, етем ауыл малайы, ҙур ҡалаға килеп заводҡа эшкә урынлаша. Ике йыл тир түккәндән һуң Мәскәүгә юғары уҡыу йортона инә. Ҡабат тыуған яғына ҡайтып, ҙур тиҙлектә карьера баҫҡысы буйлап юғары үрләй. Тырыш етәксе оҙаҡламай иң ҙур химия заводын түгел, ә тотош илде етәкләй. Дүрт тиҫтәне саҡ ваҡлаған ирҙең донъяһы түңәрәк кеүек күренә ситтән. Юҡ шул. Йылдар үткән һайын, борсолоуҙар арта, ә күңел тыныслыҡ тапмай. Нимәнелер яңылыш эшләй кеүек тойола. Тик ул турала уйларға ваҡыт ҡына юҡ. Яратҡан ҡатынының йәшләй генә, бер йәше лә тулып өлгөрмәгән улын ҡалдырып үлеп китеүе йөрәгенә төҙәлмәҫлек яра булып ятты. Балаһына иғтибар бүлергә ваҡыт тапманы. Һирәк-һаяҡ өйҙә ҡунғанда ла, уның үкһеп илауын ишетмәҫ өсөн, ҡолағына мамыҡ тығып ята торғайны. Ә һуңынан балалар бүлмәһенең стеналарын бер тауыш та үтмәҫлек итеп ҡалынайттырҙы. Илдәр буйлап йөрөнө, бер байрамдан икенсеһенә сапты, нимәлер һөйләне, кемделер тыңланы… Ләкин тормош, үҙе, кешеләр, улы тураһында уйламаны, сөнки был һәләтен юғалтҡайны. Уҡып та тормай, алдына һалынған бөтә ҡағыҙҙарға ла ҡул ҡуйҙы. Ә ҡултамғаһын ҡуя белә ине…
Бөгөн ул – үткән ғүмерен яҡшы хәтерләүсе, күҙгә күренмәҫ, сабый йәштәре менән туҡланыусы зат. Ул ҡасан үлгән, ни өсөн Шәйҙүккә әйләнгән, теге матур йорттоң хужаһы кем, уның улымы… Бихисап күп һорауҙарға ҡайҙан яуап табырға?..
(Аҙағы бар).