Әйткәндәй, ямғырҙар тиҙҙән туҡталасаҡ. Көн һайын яумаҫ һәр хәлдә. Йылытыр ҙа. Синоптиктар шулай ти.
Һауа температураһы + 22 тирәһендә булып торор ҙа, август аҙағында тағы ла эҫетеңкерәп алыр.
Бындай матур көндәр көҙ еткәс тә дауам итер, моғайын. Фараз шундай. Сентябрь башында аяҙ буласаҡ. Унан бер-ике көнгә һыуытыңҡырап алыуы ихтимал.
Октябрҙә лә көҙҙөң матур көндәре дауам итер. Ноябрҙә иһә термометр бағанаһы даими рәүештә минуста буласаҡ.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова