Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Август 2020, 15:34

Гөлназ Асаева Элвин Грейға ни тип яуап ҡайтарған?

Элвин Грей менән Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) араһындағы низағҡа Гөлназ Асаеваның яуабы нөктә ҡуйырмы, әллә...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Элвин Грей менән Вилли араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар Вилдандың Гөлназ Асаеваға өйләнеүенән һуң башланғайны. Тәүҙә Вилли өйләнгәндән һуң социаль селтәрҙәр аша хәҙер ирекле ижадсы икәнлеген һәм башҡа “Элвин Грей” лейблы аҫтында сығыш яһамауын белдерһә, Радик Юлъяҡшин да яуабын оҙаҡ көттөрмәне, ул йәш йырсыны кешеләрҙе алдауҙа ғәйепләп, үҙенең төркөмөнән ҡыуылыуы тураһында белдерҙе һәм Вилдан Шәмсетдинов әлеге репертуары менән сығыш яһай алмаясағы хаҡында ҡаты иҫкәртте.
Кисә Гөлназ Асаева был хаҡта: "Эттәр менән эт булғыбыҙ килмәй, көсөктәре менән бигерәк тә", - тигән пост яҙған һәм ире Вилдан Шәмсетдинов (Вилли) менән төшкән фотоһын ҡуйған.
Йырсының ҡайһы бер уҡыусылары Гөлназды яҡлаған, әммә уға ҡаршы яҙыусылар ҙа юҡ түгел.
"Эт өрө, каруан йөрөй, һеҙҙең Вилли менән каруанығыҙ иң маҡсатлы һәм байы булһын!"
"И, Аллам, кеше бәхете ҡайһы бер кешеләрҙең эстәрен шул тиклем тишә. һәр кемдең үҙ юлы, йәшәй генә күрһендәр!" - тигәндәр.
Шул уҡ ваҡытта Гөлназ Асаеваға ҡаршы яҙыусылар ҙа аҙ түгел.
"Кем көсөк тә, кем эттер әле"
"Аҡыллыраҡ бул, насар яҙһалар, үткәреп ебәр. Һин танылған кешеләрҙең ҡыҙы", - тигән кәңәштәр биреүселәр ҙә бар.
Нисек кенә булмаһын, тормошта ла, ижадта ла һәр кемдең үҙ юлы, үҙ тамашасылары. Кемдер Гөлназ Асаеваның моңло тауышын үҙ итһә, икенселәргә Радик Юлъяҡшиндың үҙенсәлекле йырҙары оҡшай. Өмөтлө, йәш йырсы Вилдан Шәмсетдиновтың да үҙ тамашасылары. Хәйер, ике йырсы араһындағы талаштың нисек тамамланыуын ваҡыт күрһәтер, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙе таныштырып барасаҡбыҙ. Был тормошта йырлап һәм йылмайып йәшәгеҙ!
Фото:.instagram.com/asaeva_official
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: