Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Август 2020, 14:58

Аҫып киткәндәр...

Ғафури районының Ибраһим ауылында нисәнсе көн тынғыһыҙ хәбәрҙәр тынмай: урындағы эшҡыуарҙың магазины алдында ҡот осҡос

ҡарасҡы аҫып киткәндәр, уға магазин хужаһының фамилияһын яҙғандар.
Был эшҡыуарҙы ҡурҡытырҡа маташыуымы, ниндәйҙер иҫкәртеү сараһымы, әллә берәй йүнһеҙҙең ҡаты шаярыуымы?
Ә эленеп торған ҡарасҡыны күреп, кешеләрҙең ҡото осҡан: уны ысын кеше тип уйлағандар. Әммә ҡарасҡыла аныҡ шәхсестең фамилияһын уҡығас, тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып киткән.
Урындағы халыҡ быны көнәркәшлек һөҙөмтәһе, тип билдәләй. Баҡһаң, ауылда тағы ике магазин бар. Бәғзеләрҙең фекеренсә, бындай ҡот осҡос сәләмде йә шул магазин хужалары, йә үтә шаян ауылдаштары ҡалдырған.
Был хаҡта “Проуфу” порталы хәбәр итә.
Фото: vk.com/problemarb
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: