Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Август 2020, 12:55

Тағы бер ғаилә селпәрәмә килде...

22 йәшлек ғаилә башлығы урында һәләк булған, ҡатыны ауыр хәлдә...

Кисә булған тағы бер ҡот осҡос авария йәш ирҙең ғүмерен өҙҙө. Был аяныслы хәл көндөҙ Туймазы районында, Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлында була. Трассала “Кио Рио” менән “Скания” йөк машинаһы бәрелешә.
Еңел машина руле артында Туймазыла йәшәгән 22 йәшлек ир ултыра, йөк машинаһы менән 52 йәшлек шулай уҡ Туймазы ҡалаһы кешеһе идара иткән була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр йөк машинаһына килеп бәрелгән еңел автомобилдәге кешеләрҙең тере ҡалыуға мөмкинлектәре бик әҙ була. Фотонан күренеүенсә, автомобиль уртаға бүленгән тиерлек, унан тимер өйөмө генә ҡалған.
Водитель урында йән бирә. Янында ултырған 22 йәшлек ҡатынын ҡотҡарыусылар машинанан саҡ һөйрәп сығара. Уны ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.
Аварияның нисек килеп сығыуы әлегә билдәле түгел. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә быны асыҡларға кәрәк.
Моғайын, йәштәр күптән түгел өйләнешкән, киләсәккә ҙур пландар ҡорған, ни бары берәй йомош менән генә юлға сыҡҡан булғандарҙыр. Тик юлда кемдеңдер хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен теүәл үтәмәүе бар нимәне селпәрәмә килтерҙе. Ҡағиҙәләрҙе боҙмай, һаҡ йөрөйөк! Һәләк булған егеттең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ta-i-ber-ail-selp-r-m-kilde-402944/
Читайте нас: