Шаран районында кисә кис аяныслы юл-танспорт ваҡиғаһы теркәлгән: иномарка юл ситенә әйләнеп төшкән, өс өлкән кеше һәм бер бала зыян күргән.
Хәл кисә, 8 августа, Шаран – Туҡбирҙе юлында, 14 километрҙа теркәлгән.
ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Renault Logan” автомобиленә Салауат ҡалаһында йәшәүсе 39 йәшлек ҡатын идара иткән. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, ул автомобилгә идараны юғалтҡан һәм машина юл ситенә тәгәрәгән.
Водитель һәм уның өс пассажиры, шул иҫәптән 4 йәшлек малай, төрлө тән йәрәхәттәре алған. Әл дә иҫән ҡалғандар, әммә бигерәк тә бәләкәс баланың ниндәй тетрәнеү кисергәнен аңлатып тораһы түгел.
Ғөмүмән, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кеше һәләк булған һәм ун бише кеше йәрәхәтләнгән.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева