Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Август 2020, 20:40

БДИ күрһәткестәре ҡыуандыра

106 уҡытыусы 100 балл йыйған уҡыусы әҙерләгән. Улар 50 мең һум премия аласаҡ.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Берҙәм дәүләт имтихандарына йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәләр тураһында республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне.
Быйыл республикала имтиханды 100 балға тапшырғандар артҡан. Уларҙың һаны – 127. Иң яҡшы һөҙөмтәләр химиянан, уны 35 кеше 100 балға яҙған, артабан рус теле – 25, информатика һәм физиканан 20-шәр кеше юғары балл йыйған.
– Өс сығарылыш класс уҡыусыһы бер юлы бер нисә предметтан 100 балл йыйыуға өлгәште. Улар - Өфөнөң 153-сө мәктәбе һәм 83-сө лицейы уҡыусылары. Был ике мәктәптән дөйөм алғанда 22 кеше 100 балл йыйған, – тине Айбулат Хажин.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 124 юғары балл йыйған уҡыусының 45 проценты республика вуздарына барырға йыйына. Ҡалған 55 проценты сит төбәктәрҙә уҡымаҡсы. Сағыштырыу өсөн, былтыр 17 процент бында ҡалған, 83 процент республиканан ситкә уҡырға киткән.
– Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренән сығып, шуны билдәләргә була: республикала дәүләт имтихандарын үткәреү буйынса һөҙөмтәле система булдырылған, – тине министр.
Быйыл, ысынлап та, күп предметтар буйынса уртаса балл яҡшырған. Мәҫәлән, рус теле, физика, география, немец теле, инглиз теле һәм әҙәбиәт буйынса ул артҡан. Ә бына математика, информатика һәм химия буйынса әҙерәк түбәнәйгән. Шул уҡ ваҡытта ошо өс предмет буйынса күрһәткестәр уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ.
Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы башланғысы менән имтиханды 100 балға тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар өсөн 50 мең һум күләмендә премия түләнәсәк. Республикала ундай уҡытыусылар һаны йөҙҙән ашыу.
– Бөгөнгә ҡарата был премияны 106 уҡытыусы алырға тейеш. Иртәгә тамамланасаҡ аппеляция һөҙөмтәләре буйынса уларҙың һаны саҡ ҡына үҙгәреүе ихтимал, – тине Айбулат Хажин. – Премия түләү өсөн 5,5 миллион һум самаһы өҫтәмә аҡса кәрәк буласаҡ. Был аҡса бюджетҡа һалынмаған, уны бүлеүҙе һорайбыҙ.
Радий Хәбиров был маҡсатҡа мотлаҡ аҡса табыласаҡ тине. Мәғариф министрлығы был премияны Уҡытыусылар көнөндә, 5 октябрҙә, түләргә йыйынған. Башҡортостан Башлығы түләүҙәрҙе тиҙләтергә һәм августа уҡ бирергә ҡушты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: