Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Август 2020, 13:30

Баланы бүлешә алмайҙар..

Атай кеше балаларын яратыуы тураһында туҡтауһыҙ һөйләй, ҡатынының эшкинмәгәнлеген иҫбатларға тырыша, тик бер ниндәй дәлилдәр ҙә килтерә алмай.

Балалар омбудсмены Милана Скоробогатоваға айырылышҡан ир менән ҡатындың ғаилә драмаһына шаһит булырға тура килгән. Ир менән ҡатын һаман да балаларҙы бүлә алмай ҡаңғыра, бер кемгә лә тынғы юҡ. Тыныс шарттарҙа һөйләшеп, мәсьәләне көйләп ҡарарға тырышыу һөҙөмтә бирмәй. Ир йүгереп ҡайтып, баланы ҡатынынан йәшерә һала.
Ваҡиға әсәнең Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәтенән һуң башланған. Ғаилә тарҡалғандан һуң суд шундай ҡарарға килә: 14 йәшлек улдары атаһы менән, ә 6 йәшлек ҡыҙҙары әсәһе менән йәшәйәсәк. Бер ай элек ҡатын ҡыҙы Йәсминде атаһына ҡунаҡҡа ебәрә, тик атай кеше уны кире ҡайтарыуҙан ҡырҡа баш тарта. Хәлде Милана Скоробогатова контролгә ала. Ата-әсәнең икеһен дә саҡыртып, мәсьәләне бергәләп көйләргә уйлай.
Беренсе аҙым яһала. Атай кеше балаларын яратыуы тураһында туҡтауһыҙ һөйләй, ҡатынының эшкинмәгәнлеген иҫбатларға тырыша, тик бер ниндәй дәлилдәр ҙә килтерә алмай. Бары үсләшеү, үпкә, ҡаршылашыу, ғәйепләү тойғолары ғына барынан да өҫтөн. ”Әсә күҙҙәрендә - өмөтһөҙлөк, ярҙамға мохтажлыҡ, уның атайға ҡаршы торорлоҡ көсө юҡ,” - ти Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил. Осрашыуға килгән 14 йәшлек улдары ла атайҙың әйткәнен һүҙмә-һүҙ ҡабатлай.
11 кешенән торған консилиум атайға өйгә ҡайтып, ҡыҙҙы кейендереп, әсәгә тапшырырға кәңәш итә. Быны ишеткән ир кабинеттан йүгереп сығып, кемгәлер шылтыратып, баланы йәшереү тураһында инструкция бирә.Ҡаланың опека һәм попечителлек идаралығы начальнигы менән уның фатирына барыу һөҙөмтә бирмәй. Хатта ишекте лә асмайҙар.
“Иргә суд ҡарары ла ҡарар түгел, унда мәсьәләне ололарса, бала мәнфәғәттәренән сығып хәл итеү теләге лә юҡ. Мәсьәләне закон буйынса хәл итергә тура киләсәк”, - тигән һығымтаға килгән Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил.
Фото:vk.com
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balani-b-lesh-almay-ar-402249/
Читайте нас: