Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Август 2020, 12:55

Автомобиль хужаларына ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә

Рәсәйҙә август аҙағынан автомобиль хужаларына ҡағылышлы ҡайһы бер үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә башлай.

Беренсенән, ОСАГО полистарының хаҡын иҫәпләүҙә үҙгәрештәр индерелә. Хәҙер тариф коридоры ике яҡҡа ла 30 процентҡа тиклем киңәйәсәк, ул бынан алдағыға ҡарағанда 10 процентҡа артасаҡ. Шуға бәйле рәүештә, минималь һәм максималь база ставкалары 2471 һәм 5436 һум тәшкил итәсәк.
Шулай уҡ транспорт сараһы хужаларының, риск-факторҙар, машинаның төрө һәм сыҡҡан йылы, ғаилә хәле һәм башҡаларҙы иҫәпкә алып, индивидуаль тариф һайлау мөмкинлеге тыуасаҡ.
«ОСАГО полисы алыу өсөн 30 сентябрҙән йәнә диагностика картаһы кәрәк буласаҡ», — тип хәбәр итә баҫма.
Бынан дүрт ыл (ике йылға бер тапҡыр) һәм 10 йыл (йыл һайын) элек сыҡҡан машиналар техник күҙәтеүе үтергә тейеш.
Бынан тыш, М3, М4 һәм М11 түләүле автомобиль юлдарында тарифтар кәмейәсәк, ә «Ҡурҡынысһыҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» ил күләм проектының «Юл хәрәкәте именлеге» федераль проекты буйынса ЮХИДИ инспекторҙарының ҡайһы бер яңы приборҙары барлыҡҡа киләсәк.
Транспорт сараһының төп документын да үҙгәрештәр көтә. Хәҙер теркәү тураһындағы таныҡлыҡта автомобиль тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәт (двигателдең ҡеуәте, булған осраҡта, таможня сикләүҙәре, шулай уҡ дәүләт теркәү срогы) урын аласаҡ.

Фото:sravni.ru/Страхование-ОСАГО
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Avtomobil-hugalarina-a-ilishli--g-resht-r--k-s-n-in-402484/?clear_cache=Y
Читайте нас в