Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Август 2020, 11:35

17 көнлөк сабыйҙы ғаиләһенән алғандар

Бәпестең әсәһенең өс апаһы һәм өләсәһе ялбарып һораһа ла...

Ғафури районында теркәлгән был аяныслы хәл тураһында UFA1.RU баҫмаһы хәбәр итә. Сабый тыуғандан һуң, әсә депрессияға дусар булған һәм, ошо сәбәпле, уны дауаханаға һалғандар. Ҡатындың биш йәшлек улын һәм 17 көнлөк ҡыҙын опека органы хеҙмәткәрҙәре ғаиләнән тартып алған. Баҡтиһәң, ҡатындың өс апаһы һәм әсәһе бар икән. Был хәл тураһында 9 августа Өфөләге йәмәғәт эшмәкәре Диана Демидова ла хәбәр иткән.
Сабыйҙың әсәһенең апаһы Ольга хатта республика Башлығы Радий Хәбировҡа ла мөрәжәғәт яҙған. Унда Ольга 23 июлдә ҡыҙын тапҡан Аленаның биш йәшлек улы менән бергә Ғафури районының Әхмәт ауылында йәшәүе хаҡында белдергән.
– Аленаны дауаханаға алып киткәстәр, ике сәғәттән һуң опека органы хеҙмәткәрҙәре килде һәм балаларҙы алып китте. Улар өләсәйҙең оло булыуы, шуға балаларҙы ҡарай алмаясағы хаҡында әйтте, – тип һөйләгән Ольга.
UFA1.RU баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Аленаның ғаиләһе ҙур ғына. Ҡатындың өс апаһы бар һәм уларҙың һәр береһе әсәләре сирле саҡта балаларҙы ҡарап тора алыр ине, тип хәбәр иткән Ольга. Ул шулай уҡ опека органы хеҙмәткәрҙәренең үҙе менән һөйләшеп тормауы, балаларҙы һәм документтарҙы алып китеүе хаҡында әйткән.
Ольга әйтеүенсә, бәләкәстәр әлегә – Красноусол дауаханаһының балалар бүлексәһендә. Уларҙы 10 августа Өфөгә сабыйҙар йортона алып китәсәктәр.
– Нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Балаларҙың ҡайҙалыр юғалыуын теләмәйбеҙ. Был – ваҡытлыса, тиҙҙән уларҙың әсәһе дауахананан сығасаҡ, һауығасаҡ. Беҙгә балаларҙы һаҡлап алып ҡалырға кәрәк, – тип һөйләгән Ольга.
Йәмәғәт эшмәкәре Диана Демидова һүҙҙәренә ҡарағанда, Ольга үҙе – дүрт бала әсәһе, уның тулы һәм имен ғаиләһе, йорто бар.
– Кавказда бәләкәстәрҙе балалар йортона бирә һалмайҙар. Ә беҙҙә бындай хәлдәр байтаҡ, – тигән Диана Демидова.
Ул шулай уҡ баланы үҙҙәренең янында ҡалдырыу мәсьәләһендә өләсәй менән олатайҙың закон йәһәтенән өҫтөнлөгө күберәк, ә бына туған булған апайҙарҙың юҡ икәнлеге хаҡында әйткән. “Йыш ҡына өләсәйҙең хәленән килмәй, ә бер туған апалары менән ағалары бәләкәстәрҙе түгел, үҙҙәрен тәьмин итә алмай”, – тип өҫтәгән йәмәғәт эшмәкәре.
Беҙ был сетерекле хәл яҡын арала ыңғай хәл ителер, тип өмөт итәбеҙ. Яңы тыуған сабыйҙың ошондай яҙмыш һынауына дусар булыуы бик үкенесле...
Фото: pinterest.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/17-k-nl-k-sabiy-i-ail-en-n-al-andar-402658/
Читайте нас: