Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Август 2020, 20:50

Ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ, көслө ел...

Һауа торошо беҙҙе көтөлмәгән сюрприздар менән һынауын дауам итә. Мәҫәлән, кисә Баймаҡ районының ҡайһы бер ауылдарында көслө яуын, боҙборсаҡ үткән. Ә алдағы көндәр нисек буласаҡ?

Һауа торошо беҙҙе көтөлмәгән сюрприздар менән һынауын дауам итә. Республика биләмәһендә йәшенле ҡойма ямғырҙар, урыны менән боҙборсаҡ, көслө ел дауам итә.
Мәҫәлән, кисә Баймаҡ районының ҡайһы бер ауылдарында көслө яуын, боҙборсаҡ үткән. “Ямғыр һыуы менән бергә алма, балан емештәре аҡты, сәскәләр ныҡ зыян күрҙе”, - тип яҙҙы баҡсасылар. Помидор, ҡыяр, картуф кеүек йәшелсәләрҙең дә зыян күреүе тураһында ла хәбәрҙәр бар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы ошондай һауа торошоноң бөгөн дә һаҡланасағы тураһында иҫкәртә һәм ҡойма ямғыр, йәшен, көслө ел мәлендә һаҡ булырға саҡыра.
Алдағы көндәрҙә республикала ниндәй һауа торошо көтөлә? Дүшәмбе, 10 август, һалҡынса, ямғырлы буласаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа көндөҙгө һауа торошо +16, республика буйынса уртаса +20 тәшкил итәсәк. Шишәмбенән, 11 августан көн аяҙый, әммә эҫетмәй, көндөҙ + 20...+22.
Аҙна аҙағында – йомала ямғырҙар яңынан әйләнеп ҡайтасаҡ.
Фото: С. Ғәбитованың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: