Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Август 2020, 12:52

Настяның ҡиәфәте үҙгәргән

Яңыраҡ ҡына мейеһендәге яман шеш сире менән көрәшкән Анастасия Заворотнюк өйөнә ҡайтҡан һәм һауыға башлаған тип хәбәр иткәйнек. Уны хатта телевидениела ҙур интервьюға әҙерләнә тип тә әйткәйне яҡындары. Тик әле күңелһеҙ яңылыҡтар билдәле булды.

Уның хәле тағы хөртәйгән. Ул тиҙ арый, хәлһеҙләнә, башы ауырта икән.
“КП” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, әле уның телмәре бер аҙ зыян күргән, уның нимә һөйләгәнен аңлауы ауыр. Тик иң мөһиме аҡылына зыян килмәгән. Ул үҙ аңында, тик “томанда” кеүек. Ҡиәфәтендә лә үҙгәрештәр ныҡ тиҙәр. Шуға күрә уның фотолары ла юҡ, ул үҙе лә кешеләр араһына сыҡмай.
“Заворотнюк үҙен күрһәтерлек хәлдә түгел. Ғүмер өсөн көрәше дауам итә”, – тигән Чехов исемендәге театрҙың элекке реквизиторы Светлана Веселова. Уның фекеренсә, 49 йәшлек актрисаның йөҙөндәге үҙгәрештәр төҙәтеп булырлыҡ түгел.
Театр продюсеры Валерий Сергеев фекеренсә, химия терапияһы Настяның ҡарашында, тире төҫөндә һәм уның хәлендә сағылыш тапҡан. “Анастасия бик тиҙ арый. Был уның беренсе тапҡыр ғына хәленең насарланыуы түгел. Тулҡыны менән килеп тора. Ҡурҡыныс юҡ”, – тигән музыка продюсеры Олеся Сазыкина.
Фото: 31tv.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: