Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Август 2020, 13:29
Әнүәр Нурғәлиев: «Әсәйгә ҡыйын булһа, төшөмә инә»
Йырсы Әнүәр Нурғәлиев мәрхүмә әсәһе тураһында иң нескә хис-тойғолары менән бүлешә.
– Әсә менән малай араһындағы мөхәббәтте бер нимә менән дә сағыштырып булмай. Бигерәк тә төпсөк бала булғанғамы, беҙ әсәй менән бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлайбыҙ. Әсәйгә ҡыйын булһа, төшөмә инә. Минең менән нимәлер булһа, шунда уҡ ул һиҙеп ала. Шылтыратһам: «Балаҡайым! Нимә булды?» – тип һораша башлай. Шуға күрә ҡайһы саҡ шылтыратырға ла ҡурҡа инем. Һикһән йәшен уткәргәс, кинәт кенә әсәйҙең сәләмәтлеге насарайҙы. Һул аяғын киҫтеләр. Хәле яҡшырып, Раевкаға ҡайтҡас, инсульт һуҡты. Әсәйем телһеҙ ҡалды... Унан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Беҙ – ауыл балаһында, әсәйҙе ҡосаҡлап үбеү тигән әйбер юҡ, ҡыйынһынабыҙ. Эйе, ауылға ҡайтҡас, иңенән ҡосаҡлап алабыҙ, хәл һорашабыҙ. Әммә яйлап ултырып һөйләшергә ваҡыт та етмәй ҡала. Ҡырҡ алты йәшемә етеп, беренсе тапҡыр әсәйемдең күкрәгенә башымды һалып иланым. Ул мине башымдан һыйпай, ярата. Онотолмаҫлыҡ миҙгелдәр...
Фото:Tatar-today.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/n-r-Nur-liev--s-yg--iyin-bul-a-t-sh-m-in-401232/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?