Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Август 2020, 13:36
Үҫмер ҡыҙҙың һәм 59 йәшлек ирҙең мәйете табылған
Уларҙың кәүҙәләре үҙ фатирҙарында табылған.
"Комсомольская правда" порталы белдереүенсә, 6 август көнө Өфөнөң Киров районының күп ҡатлы йорттарының бер фатирында 59 йәшлек ирҙең мәйете табылған. Ваҡиға урынында оператив-тикшереү төркөмө эшләгән. Вафат булыусының тәне күп төрлө тән йәрәхәттәре менән ҡапланған булыуы асыҡланған. Үлем осрағын асыҡлау маҡсатында мәйет суд-медицина экспертизаһына оҙатылған. Фатир үлгән ирҙеке булған.
Ошоға оҡшаш йәнә бер күңелһеҙ хәл Өфө ҡалаһының Совет урамында ла теркәлгән. Үҙ фатирында 15 йәшлек кенә үҫмер ҡыҙҙың мәйете табылған. Уны ата-әсәһе тапҡан һәм аҡ халатлыларҙы саҡырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡыҙҙың үлемен теркәргә генә тура килгән. Вафат булған ҡыҙҙың тәнендә тән йәрәхәттәре булмаған, әммә ауыҙ тирәһендә йәрәхәт булған. Уның да мәйете суд-медицина экспертизаһына тапшырылған, белгестәр үлем сәбәбен асыҡлаясаҡ. Үҫмер ҡыҙҙың ҡаланың бер лицейында һигеҙенсе класта уҡығаны билдәле.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/mer-i-i--m-59-y-shlek-ir-e-m-yete-tabil-an-401500/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы