Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Август 2020, 12:47

Егеттәр ағас аҫтында ҡалған...

Бындай тәбиғәт күренеше, белгестәр әйтеүенсә, бөгөн дә ҡабатланыуы һәм 11 авгусҡа тиклем дауам итеүе мөмкин. Кисәге стихия Черниковка һәм Сипайлово биҫтәһе урамдарын һыуға батырыуҙан тыш, яңы ғына һалынған асфальтты “йыуған”, машиналар өҫтөнә ағастарҙы ауҙарған...

Кисәге ҡойма ямғырҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ҡала хеҙмәттәре кисәнән бирле эш өҫтөндә. Ямғыр канализациялары рәшәткәләре таҙартыла, 200-ҙән ашыу техника эшкә йәлеп ителгән.
Ҡойма ямғыр айырыуса Өфөнөң төнъяҡ райондары һәм Сипайлово биҫтәһендә көслө булған. Бындай тәбиғәт күренеше, белгестәр әйтеүенсә, бөгөн дә ҡабатланыуы һәм 11 авгусҡа тиклем дауам итеүе мөмкин. Кисәге стихия Черниковка һәм Сипайлов урамдарын һыуға батырыуҙан тыш, яңы ғына һалынған асфальтты “йыуған”, машиналар өҫтөнә ағастарҙы ауҙарған, хатта ҡайһы бер подъездар һыу аҫтында ҡалған.
Көслө ямғыр Сипайлово биҫтәһендә тиҫтәләгән машинаның дәүләт номерҙарын “йыуып” төшөргән, кешеләр уларҙы бер урынға – Жуков һәм Гагарин урамдары киҫелешенә йыйған. Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, ҡалала 11 машинаға зыян килтерелгән, 28 ағас ауған, электр тапшырыу линияларының өҙөлгән 11 осрағы теркәлгән. Ике егет ауҙарылған ағас аҫтында ҡалып имгәнгән, улар дауаханала.
Фото:ИА «Башинформ»
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: