Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Август 2020, 17:10
Балаларға һөжүм иткәндәр
"Был хәлдә мин нимә эшләргә тейеш? Балам миңә һорау бирә: “Һин гел кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙаһың, изгелек эшләйһең, ә миңә ни эшләп береһе лә ярҙам итмәне?” - сауҙа үҙәгендәге хәл башҡа һыймаҫлыҡ...
Республиканың төрлө матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, баш ҡаланың иң ҙур сауҙа үҙәктәренең береһендә башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған: хулигандар өс үҫмергә һөжүм иткән.
Зыян күреүселәр араһында “Үҙенсәлекле балалар” мәрхәмәтлелек фондының етәксеһе Фәйрүзә Латипованың улы ла бар.
Әйтеүенсә, балалар магазинға кейем-һалым һайларға барған. Әле автобустан сыҡҡанда уҡ уларға 17-18 йәштәр тирәһендәге үҫмерҙәр бәйләнә башлаған, тәмәке тартырға, телефондарынан шылтыратырға һораған.
Малайҙар был бәйләнсектәрҙән тиҙерәк ситкә китергә тырышһалар ҙа, хулигандар уларҙың арттарынан эйәргән. Малайҙар сауҙа үҙәгенең һаҡсыларынан ярҙам һораһалар ҙа, уларҙы ҡыуып ебәргәндәр.
“О'кей” супермаркеты янында иһә хулигандар малайҙарҙы ҡыуып еткән һәм туҡмай башлаған. Бәхеткә күрә, низағты һаҡсы күреп ҡалып, тиҙ генә барыһын да айырып алған.
Шулай ҙа ике бәлиғ булмаған малай зыян күреп өлгөргән, уларҙы “ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙатҡандар.
Ошо хәлдән һуң зыян күреүселәрҙең ата-әсәләре сауҙа үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндәр һәм видеокамераларҙың яҙмаларын һорағандар. Әммә сауҙа үҙәге быны эшләүҙән баш тартҡан, һаҡсыларға һәм һатыусыларға ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе булманы, тип яуаплаған.
Әлеге ваҡытта полиция был эш буйынса тикшереү эше алып барғаны тойолмай, ти ата-әсәләр.
– Был хәлдә мин нимә эшләргә тейеш? Балам миңә һорау бирә: “Һин гел кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙаһың, изгелек эшләйһең, ә миңә ни эшләп береһе лә ярҙам итмәне?”, – тип әсенеп яҙа Фәйрүзә Латипова.
Ул хулигандарҙы табырға, уларҙың үҙҙәре һәм ата-әсәләре менән һөйләшергә теләй.
Фото: bash.news
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Balalar-a--g-m-itk-nd-r-402153/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла