Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Август 2020, 11:25
Зиләрә көнбағыш баҫыуында нимә эҙләй?
"Көнбағыш сәскәһенән хуш еҫ аңҡый, тын алыуҙар иркенәйә, – тип һөйләй Зиләрә. – Ожмахтың нәҡ үҙе бит..."
Яҙҙың йәме – сәскә, көҙҙөң йәме көлтә менән, тибеҙ. Әле тышта йәйҙең һуңғы айы - август тантана итә, алтын көҙгә лә күп ҡалманы. Ни теләйһең, шул бар - муллыҡ мәле. Күңел һәр саҡ ялан-ҡырға, тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Зиләрә Юлтаеваның тап ошо миҙгелдә көнбағыш баҫыуында май ҡояшылай балҡып йөрөүе осраҡлы түгел.
– Көнбағыш сәскәһенән хуш еҫ аңҡый, тын алыуҙар иркенәйә, – ти Зиләрә. – Ожмахтың нәҡ үҙе бит, бүтән бер нимә лә кәрәкмәй. Ғәжәп бит, көнбағыштың башы сәғәт кеүек ҡояш артынан әйләнә, әйтерһең дә, уны оҙатып ҡала...
Актриса әйтеүенсә, бындай матурлыҡҡа күҙ генә һөйөнмәй, күңел дә тыныслыҡ таба. Ғөмүмән, Юлтаевтар ғаиләһе буш ваҡыт булыу менән тәбиғәткә ашыға. Ҡала шау-шыуынан һәм ығы-зығыһынан ситтәге ял - иң яҡшы, ти улар.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Zil-r-k-nba-ish-ba-iuinda-nim-e-l-y-399033/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: