Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Август 2020, 17:38

Нимә генә булды икән бәпес менән?

Өс айлыҡ ҡына сабый йоҡоға талған да...

Балтас районында бик аяныслы фажиғә булған. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, өс айлыҡ бәпес карауатында үле килеш табылған. Алдан күҙаллауҙарынса, сабый йоҡлағанда тонсоғоп үлгән.
Әле үлем сәбәбен аныҡ асыҡлау өсөн суд медицинаһы экспертизаһы үткәрелә. Ә фажиғә урынын хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшергән.
Беҙ ошондай сикһеҙ ҙур юғалтыу кисергән ата-әсәнең, уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәләкәстәребеҙҙе, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡурсалайыҡ. Бәлә-ҡаза һәммәбеҙҙе лә урап үтһен.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: