Даирә
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Август 2020, 17:55

40 йәштән өлкәнерәк рәсәйлеләргә – 1 көн өҫтәмә ял

Рәсәйҙең “Хеҙмәт кодексы”на ошо хаҡтағы үҙгәреште индереү тураһында закон 11 августан ғәмәлгә инә.

Эшләп йөрөгән, йәше 40-тан өҫтәрәк булған граждандар йылына бер тапҡыр диспансеризация үтер өсөн 1 көн ял алыу хоҡуғына эйә була. Эш хаҡы һаҡлана. Ялын тап врачтарға күренер өсөн файҙаланғанын кеше медицина справкаһы менән иҫбатларға бурыслы.
Яңы ҡағиҙә диспансеризация форсаты менән файҙаланыуҙы арттырыр, ә был эшләп йөрөгән рәсәйлеләрҙең һаулығын һаҡлауға булышлыҡ итер, тип күҙаллана.
Автор: Равиля Гатауллина
Фото Башинформ
Читайте нас: