Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Август 2020, 11:30

“Уңышҡа өлгәшер өсөн бында барыһы ла бар”

4 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялар төркөмө акционерҙары, француз инвесторҙары Патрик Хоффман һәм Антуан Менделович менән осрашты.

Яҡтар республикала экспортҡа тәғәйенләнгән умартасылыҡ етештереүе хаҡында һөйләште.
Һүҙ Башҡортостанда биш йыл эсендә 50 мең бал ҡорто күсенән торған етештереү базаһын ойоштороу, халыҡ-ара аккредитацияһы булған бал сифаты лабораторияһын асыу, Европа һәм Азия илдәренә экспортҡа сығарыуға йүнәлтелгән умартасылыҡ продукцияһын әҙерләү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу хаҡында бара. Бынан тыш, инициаторҙар бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлау һәм үҫтереү, республика балы брендын алға этәреү буйынса эш алып барырға планлаштыра.
Республикала проектты башлау өсөн “Би Хэппи” (“Бәхетле бал ҡорто”) компанияһы теркәлгән. Ул был эштең төп йүнәлештәрен билдәләйәсәк.
– Республика брендтарының береһе булған бал беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул һәр ваҡыт юғары сифаты һәм шифалы булыуы менән айырылып торҙо, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Француз коллегаларыбыҙҙың бал етештереү темаһы менән ҡыҙыҡһыныуына шатбыҙ һәм ниәтләгән пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам итергә әҙербеҙ. Башҡортостанда яңы инвестиция проекттарына ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле саралары закон йәһәтенән нығытылған.
Инвесторҙар үҙ сиратында төбәктең умартасылыҡ продукцияһын халыҡ-ара баҙарға сығарыу буйынса мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Улар бер нисә ай буйы урындағы климатты, Башҡортостандың тәбиғәт шарттарын өйрәнгән.
– Командабыҙ күптән Рәсәйҙә эшләй. Әммә әле тәҡдим ителгән проект – умартасылыҡтағы беренсе тәжрибә ул. Донъя кимәлендәге етештереүҙе ойоштороу өсөн Башҡортостан – иң яҡшы майҙандарҙың береһе. Бында уңышҡа өлгәшер өсөн барыһы ла бар. Заманса технологияны ғына өҫтәргә кәрәк, – тине Патрик Хоффман. – 2021 йылда һеҙҙә умартасылыҡ буйынса “Апимондия” тип исемләнгән халыҡ-ара конгресс буласаҡ. Был – балды етештереү һәм төбәктең инвестиция йәһәтенән ҡеүәтен күрһәтеү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек.
Фото: glavarb.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/U-ish-a-lg-sher-s-n-binda-bari-i-la-bar-395793/
Читайте нас: