Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Август 2020, 11:00
Тула өлкәһендә хәбәрһеҙ юғалған һалдаттың туғандарын эҙләйҙәр
Тула өлкәһенең Арсеньевск районында хәрби-тарихи клуб ағзалары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 34 яугирҙең ҡалдыҡтарын тапҡандар
Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Фәйзи Әхмәтов та бар. Ул 1907 йәки 1908 йылғы яугир.
Һалдаттың исемен “Батырлыҡ өсөн” миҙалы ярҙамында асыҡлағандар. Был миҙал красноармеецҡа 1942 йылдың 18 ноябрендә тапшырылған.
“Фәйзи Әхмәтов Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың 8 ғинуарында Дүртөйлө военкоматы аша саҡырыла. 17 октябрҙә дошмандарҙың һөжүме ваҡытында Мценск ҡалаһы эргәһендә Әхмәтов хәрби поста тора. Фашистар траншеяларға төшөп ата башлағас та, постын ташламай. Винтовка, гранаталар ярҙамында туғыҙ дошманды юҡ итә”, - тип яҙылған наградалар ҡағыҙында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, документта уның туғандары тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Эҙәрмәндәр уның ҡатынының исеме Асия булыуын асыҡлаған. Бәлки, яугирҙең исеме Фәйзи, Фәйез йә Фәйзелғаян булғандыр тигән фраз бар. Ул ваҡытта исемдәрҙе дөрөҫ итеп яҙыуға әллә ни иғтибар ҙа итмәгәндәр.
Сентябрҙә табылған яугирҙәрҙең ҡалдыҡтарын тыуған яҡтарында ерләргә планлаштыралар. Шуға тиклем Фәйзи Әхмәтовтың туғандарын табырға кәрәк. Әгәр, үҙегеҙҙең туғанығыҙҙы таныһағыҙ, Дүртөйлө йәки Илеш райондарының хәрби комиссариаттарына, “Башҡортостан” гәзитенә шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото Тула өлкәһе хакимиәте сайтынан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Tula-lk-end-h-b-r-e-yu-al-an-aldatti-tu-andarin-e-l-y-r-395587/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?