Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Август 2020, 11:55

Көнсөллөктөң тағы бер ҡорбаны

Әлшәй районында кеше ғүмере ҡыйылыу менән бәйле тағы бер енәйәт теркәлгән. Шафранда көнләшеү арҡаһында кеше үлтерелгән.

Полицейскийҙарҙың мәғлүмәте буйынса, енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған әҙәм ҡатынды икенсе берәү менән күргәс, уны үлтергәнсе туҡмай.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, элек бер тапҡыр хөкөм ителгән 47 йәшлек ҡатын үлтерелгән. Асыҡланыуынса, ул 37 йәшлек таныш ир менән 54 йәшлек урындағы кешелә ҡунаҡ булып ултырған ваҡытта артынан эҙләп ингән 48 йәшлек ир тәүҙә уның эргәһендә ултырыусыны туҡмай, шунан ҡатынға йоҙроҡтары менән ташлана.
Башындағы йәрәхәттәрҙән ҡатын ыҙғыш булған урында уҡ вафат була. Уны иртәгәһенә быға тиклем иҫереп йоҡлап ятҡан өй хужаһы йәнһеҙ килеш таба. Кеше ғүмерен ҡыйған әҙәм ҡулға алынған һәм уға ҡарата һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлтереү факты буйынса енәйәт эше асылған.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K-ns-ll-kt--ta-i-ber-orbani-395671/
Читайте нас: