Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Август 2020, 11:40

Бурысың булһа, компенсация түләнмәй

1 сентябрҙән алып торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы булған льготниктар айлыҡ компенсация (ЕДК) алмаясаҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл 1 июлдән федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы, ташламаға эйә булыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ысынбарлыҡтағы сығымы күләменә ҡарап алыуға күсә. Был социаль түләүҙе алырға хоҡуғы булған граждандар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, радиация алған граждандар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр. Быға тиклем уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.
Сентябрь айында июлгә компенсация алыр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен 10 авгусҡа тиклем түләп ҡуйырға кәрәк. Әгәр бурыстары бар икән, компенсация түләнмәйәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был социаль түләү – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолған сығымды ҡаплау өсөн бирелә.
ЕДК иҫәпләү хеҙмәттәрҙе күрһәтеүселәрҙән алынған түләү ҡағыҙы нигеҙендә иҫәпләнәсәк. Уның күләмен билдәләү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн яҙылған сумма һәм льготниктың уны айҙың 10-на тиклем түләүе ҡараласаҡ (тимәк, июль өсөн түләүҙе 10 авгусҡа тиклем түләргә кәрәк).
Яңы талаптар буйынса ЕДК августа иҫәпләнәсәк һәм сентябрь айында түләнәсәк.
Фото: putokt.rbsmi.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Burisi-bul-a-kompensatsiya-t-l-nm-y-395564/
Читайте нас в