Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Август 2020, 16:40

Балаға кем ҡул һалған?

Был көндә фатирҙа булған фажиғә күптәр өсөн ысын мәғәнәһендә йомаҡ.

Октябрьский ҡалаһының Төньяҡ урамындағы йорттарҙың береһендә башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә теркәлгән. Bash.News хәбәр итеүенсә, фатирҙа ике кешенең үле кәүҙәһе табылған.
11 йәшлек малайҙы бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр. Эргәһендә- 42 йәшлек әсәнең кәүҙәһе. Фатир эстән бикләнгән. Әйтеүҙәренсә, ул башҡаларҙан әллә ни айырылмаған ғәҙәти ғаилә булған. Улы – отличник, әсәһе уға һәр саҡ уҡыуҙа ярҙам иткән. Матди яҡтан һәйбәт йәшәгәндәр, ғаилә башлығы Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Был көндә фатирҙа булған фажиғә күптәр өсөн ысын мәғәнәһендә йомаҡ.
Ваҡиға урынында тәфтиш хеҙмәткәрҙәре һәм криминалистар эшләй, шаһиттарҙан һорау алына, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото:ProUfu
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: