Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Август 2020, 18:09

Заһир Байыҡ атай булған

Бейеүсе, йырсы, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Заһир Шәйәхмәтов (Заһир Байыҡ) менән йәш йырсы Юлиә Шәйәхмәтованың (Бәхтиева) сәстәрен сәскә бәйләүҙәре уңайынан ҡотлауҙар күп булғайны.

Ошо көндәрҙә тағы ла һөйөнөслө хәбәр ишеттек – был ғаиләгә йәм өҫтәп, уларҙың сабыйҙары тыуған. Бәхтейәр менән Алтынайҙың иһә ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан, ҡустыларының өйгә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көттө улар.
– Ҡулдан балта төштө, – тип шатлана Заһир Рафиҡ улы. – Малай булыуы үҙе ни тора! Ә уға хәтлем, отпуск ваҡытында, өйөмдө ҙурайттым. Бәләкәстең үҙенең айырым бүлмәһе булырға тейеш тә инде. Әлбиттә, яуаплылыҡ арта, тормошҡа бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарайһың. 50 йәшкә етеп килгәндә “нисек атай булыу?” тип тә шаярталар. Шатлыҡлы хистәрҙе әйтеп аңлатырлыҡ түгел.
Заһир Шәйәхмәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был донъяла бер нимә лә осраҡлы түгел, һәр бала үҙенең ризығы менән тыуа.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: