Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Август 2020, 11:29

Мөғжизә генә ҡотҡармаһа...

Башҡортостандан күптәр күрше Татарстанға барып ял итергә ярата. Ҡазандың матурлығын ҡарап, аквапаркта күңел асып ҡайтыу кемгә оҡшамаһын. Шундай уйҙар менән дүрт йәш яҡташыбыҙ ошо ҡалаға ял итергә юллана ла. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы,

ял фажиғә менән тамамлана.
Күрше республиканың баш ҡалаһына дүрт кеше – ике ҡыҙ һәм ике егет юллана. Тик кире ҡайтып килгән саҡта М7 трассаһында ҡот осҡос авария була. Әйткәндәй, был юл-транспорт фажиғәһе 28 июлдә үк теркәлә. Йәштәр килгән “Шевроле Лачетти” машинаһы “КамАЗ” менән бәрелешә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 20 йәшлек еңел автомобиль водителе алдынан килгән машинаны үтеп китмәксе була, тик ҡаршы һыҙаттың хәүефһеҙ икәнлгенә ышанмай. Һөҙөмтәлә ул ҡаршыға килеп сыҡҡан йөк машинаһы менән бәрелешә.
Бәрелеш бик көслө була, еңел автомобиль юлдан оса, ә уның эсендәге кешеләрҙе һөйрәп сығарыу өсөн махсус инструментлы ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға кәрәк була. Һөҙөмтә бик аяныслы – алынған йәрәхәттәрҙән ике пассажир – 21 һәм 23 йәшлек егет менән ҡыҙ урында һәләк була. Ә водитель менән 23 йәшлек Алена ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Уларҙы Елабуға дауаханаһына алып китәләр.
“КП-Уфа” баҫмаһы Аленаның туғандары менән аралашҡан.
– Әллә ҡасанан бирле Ҡазанға барырға планлаштыралар ине улар, тик гел килеп сыҡманы. Йә эштәре килеп сыға, йә нимә. Һәм бына инде бегәләшеп йыйылып сығып ҡына киткәйнеләр, ҡайһылай булып бөттө, - ти Татьяна.
Елабуға дауаханаһынан Аленаны вертолет менән Ҡазанға алып барғандар. Ул яһалма тын алыу аппараты аҫтында ята, үҙаллы тын ала алмай. Водителде иһә Яр Саллы дауаханаһына күсергәндәр, уның хәле тотороҡло.
– Алена аңында, тик хәле бик ауыр. Уның күкрәге, ҡабырғалары, ҡул-аяҡтары зыян күргән, бөтә ерҙәре һынып бөткән. Эсенә трубочкалар ҡуйғандар, шыйыҡса йыйылмаһын өсөн кәрәк тип аңлаттылар. Аленаның хәле бик хөрт, табиптар әйтеүенсә, ни бары доға ҡылырға ғына ҡала. Әгәр ул иҫән ҡалһа, бик оҙайлы реабилитация көтәсәк. Ул ғаиләлә берҙән-бер бала һәм бөтә туғандары мөғжизәгә өмөт итә. Әсәһе үҙенә урын таба алмай, – ти Татьяна.
Беҙ ҙә Аленаға һауығып сығыуын теләйбеҙ. Йәш кенә сағында ғүмере өҙөлмәһе ине лә бит.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: