Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Август 2020, 16:49

Бүре балаһын бүреккә һалһаң да..

Өфөлә 17 йәшлек үҫмергә ҡоралланған әҙәм һөжүм иткән.

Бәхеткә ҡаршы, полиция хеҙмәткәрҙәре сослоҡ күрһәтеп, 44 йәшлек енәйәтсене тиҙ арала тотҡан.
Эске эштәр министрлығы Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер дуҫ ҡыҙын йортона тиклем оҙатып ҡуйғас, ҡайтыу яғына юллана. Ҡаршыһына килеп сыҡҡан ир уны үҙе менән эске ҡорорға саҡыра. Үҫмер баш тартҡас, ир бысағын сығарып, кеҫә телефонын уға бирергә ҡуша. Буйһонмай сара юҡ, алты меңлек телефонды талаусыға тотторорға тура килә.
Аҙаҡ үҫмер полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һағында тороусылар яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан талаусыны тотоп, енәйәт эше ҡуҙғатырға мәжбүр була.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: