Сибайҙа 7 йәшлек ҡыҙ ихата алдында уйнап йөрөгәндә фажиғәле хәлгә тарый. “Башҡортостан” дәүләт теле-радио компанияһы хәбәр итеүенсә, ул көндө ҡыҙыҡай ағаһы менән Ветерандар урамы ихатаһында уйнап йөрөгән була. Шул ваҡытта футбол ҡапҡаһы уның өҫтөнә ауа. Тимер ҡоролма ҡыҙҙың башын ауыр яралай. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡалған, әле ул дауаханала.
Нилектән былай килеп сыҡҡан, был ҡапҡалар кемдең яуаплылығында - был һорауҙарҙы асыҡлау маҡсатында республика прокуратураһы тикшереү ойошторған. Шулай уҡ спорт ҡоролмаһын ҡуйғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлгәнме-юҡмы икәнлеге лә асыҡланасаҡ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Uynar-a-si-ip--aza-k-rg-n-392213/