Билдәле булыуынса, Рөстәм аяҡтарын Омск ҡалаһында хәрби хеҙмәт үткәндә юғалта. Присяга ҡабул иткән көндөң иртәгәһенә һалдаттар йәшәгән казарма емерелә. Фажиғәлә 24 кешенең ғүмере өҙөлә, егермегә яҡын егет ғәриплек ала. Ә иң аяныслыһы, әлегә тиклем шул ваҡытта ғәйепле кешеләр язаһын алмаған.
Рөстәм дауаханала ете ай ятып сыға. Ошо ваҡыт эсендә уның янынан буласаҡ ҡатыны Индира һәм туғандары китмәй. Фажиғәгә тиклем 82 килограмм ауырлыҡтағы егет унан 38 килоға ҡалып сыға. Рөстәм был фажиғәлә иң ауыр йәрәхәттәр алған кеше.
Әле иһә ниһайәт Омскта ғәйепләнеүсе 11 кеше өҫтөнән суд башланырға тейеш. Улар – хәрби командирҙар, инженерҙар һәм төҙөүселәр. Яҡынса фараздар буйынса, улар арҡаһында казарма емерелгән һәм шунса кеше үлеп, күптәре йәрәхәтләнгән. Рөстәмдең фекере буйынса, бында Оборона министрлығындағы коррупция ғәйепле. Был казарма 1975 йылдарҙа уҡ төҙөлгән булған. Тик уның емерек хәлен күрһәтмәҫ өсөн косметик ремонт яһағандар.
– Матур эшләгәндәр, унда етешһеҙлектәр, емерелгән, ҡыйшайған урындары күренмәй ине. Аҙаҡ был казарманы СССР ваҡытында алкоголь һәм наркотиктан сирләгән һәм дауаланған кешеләр төҙөгәнен белдем. Был бер хата, улар бит төҙөүселәр түгел. Икенсе хата – казарманың авария хәлендә икәнлеген белә тора, ҡабул иткәндәр. Капиталь ремонт яһаған саҡта иһә материалдар йәлләгәндәр, экономиялағандар, – ти Рөстәм.
Тәфтиш биш йыл буйы эште тикшергән. Хәҙер ниһайәт суд булырға тейеш. Рөстәм ғәйеплеләрҙән 15 миллион һум компенсация алырға йыйына икән.
– Мин һораған сумманы барыбер түләмәҫтәр, барыһын да суд хәл итәсәк. Минең белеүем буйынса, башҡа йәрәхәтләнгәндәр ҙә мораль зыян өсөн аҡса алырға йыйына.
Рөстәмдең әлеге ваҡытта ҙур хыялы протезда йөрөй башлау. Әле егет инвалид коляскаһында йөрөй. Ул АҠШ-ҡа барып реабилитация үтергә хыяллана.
– Әгәр протезда йөрөһәң, ҡулда был ваҡытта таяҡтар. Был физик яҡтан ауыр һәм һөҙөмтәле түгел. Коляскала сикләүҙәр юҡ кеүек, тик был әлегә. Минең белеүмсә, Америкала протезда тура йөрөргә өйрәтәләр. Һин унда бараһың да, һәм башҡаса коляскаға ултырмайһың. Мин унда реабилитация үткән бер егет менән һөйләшкәйнем. Ул ете йыл буйы таяҡҡа таянып протезда йөрөгән, ә унда барғас, биш сәғәт эсендә таяҡһыҙ йөрөргә өйрәткәндәр, - ти Рөстәм.
Коронавирус пандемияһы бөткәс, Рөстәмдең был хыялы ла тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.