Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Август 2020, 12:35

Мәктәптә – ир мәйете

Уның кем икәнлеге билдәле түгел.

Ошо көндәрҙә Өфөнөң төньяғында, 63-сө мәктәп биләмәһендә ир-ат кәүҙәһе табылған. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә. Кәүҙә көндөҙ, ҡыуаҡлыҡтар араһында табылған. Уны үтеп барған кешеләр күреп ҡалған. Ҡарап тороуға уға 40-45 йәштәр тирәһе. Кем икәнлеге асыҡланмаған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, ирҙең битендә һыҙырылған урындар бар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үлгәндән һуң бер тәүлек үткәс табылған. Шул уҡ көндө ир мәйетен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр. Уның нисек үлгәнен асыҡлар кәрәк. Шулай уҡ уның шәхесен асыҡлау өҫтөндә лә эшләйһе бар.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/M-kt-pt--ir-m-yete-392068/
Читайте нас: