Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Август 2020, 12:00

Көнләшкән ир йыртҡысҡа тиң...

Юл ситендә ҡатынын балалары алдында вәхшиҙәрсә үлтергән ир аяуһыҙ ҡылығына аңлатма биреп маташҡан.

Юл ситендә ҡатынын вәхшиҙәрсә үлтергән ир аяуһыҙ ҡылығына аңлатма биреп маташҡан.
Быға тиклем Яңы Балаҡатай ауылында йәшәгән 31 йәшлек ир Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына теш табибына китеп барғанда, машинала бәләкәй балалары ултырыуына ҡарамаҫтан, юл ыңғайы ҡатынына бысаҡ менән һөжүм итеүен һәм уның ғүмерен ҡыйыуын матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Асыҡланыуынса, барыһына ла көнләшеү ғәйепле. Александрҙың тәүге ҡатыны һәм таныштары уның үтә ҡыҙыу холоҡло, ҡаты күңелле кеше булыуын, артыҡ ныҡ көнсөл икәнлеген билдәләгән. Әйткәндәй, хатта үҙ апаһы ла ирҙең үтә холоҡһоҙ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Ә ир иһә судта үҙенең башҡа һыймаҫлыҡ ҡылығын “ҡатыным үҙен шикле тота ине” тип аңлатҡан. Мәҫәлән, 31 йәшлек ғаилә башлығына ҡатыны телефонына пароль ҡуйыуы үтә шикле тойолған. “Уның бер ваҡытта ла телефонында пароль булманы. Был юлы ул ҡайҙан килеп сыҡҡандыр”, - тип белдергән ул.
Унан тыш, ир ҡатынын хыянатта ғәйепләй. “Иң яҡын дуҫым менән яҡынлыҡта булдым тине”, - тип белдерә. Йәнәһе, был ирҙе сығарынан-сығарған һәм ул ҡатынына ташланған. Әммә был да көнсөл ирҙең фантазияһы булыуы ихтимал, сөнки бөтәһе лә Оксананы ипле, итәғәтле һәм фәҡәт ғаилә өсөн йәшәгән ҡатын тип билдәләй.
Бахыр ҡатынының һәр аҙымын күҙәткән һәм тормошон тамуҡҡа әйләндергән, һуңғы сиктә ғүмерен вәхшиҙәрсә ҡыйған ирҙең һүҙҙәренең дөрөҫлөгөндә шикләнергә урын бар.
Ул закон алдында ҡылған енәйәте өсөн тулыһынса яуап бирер тип ышанайыҡ.
Ире ҡулынан һәләк булған ҡатынды иһә Балаҡатай районының Соколки ауылында ерләгәндәр.
Фото: bash.news
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K-nl-shk-n-ir-yirt-is-a-ti-391955/
Читайте нас: