Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Август 2020, 11:37

“Эләктереп алырлыҡ бер бәйләнеш юҡ”

Дүрт бала әсәһе Алена Крыжановскаяның юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Стәрлетамаҡта йәшәгән был ҡатын 1 июлдә өйөнән сығып киткән һәм әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәле түгел. Ә был ваҡытты уны өйҙә 14, 13 һәм 8 йәшлек балалары көтә. 43 йәшлек Аленаның 25 йәшлек ҡыҙы ла бар. Тап ул әсәһен эҙләүгә биргән дә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡатындың быға тиклем дә юғалып торғаны булған. Тик ул тиҙ арала кире өйөнә ҡайтҡан. Ә хәҙер айҙан ашыу ваҡыт үтте, әлбиттә, яҡындары хафаға ҡалған. Аленаны әле полиция һәм ирекмәндәр эҙләй.
“КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡатынды “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре эҙләй. Улар даими рәүештә уны эҙләргә сыға тик, ошоға тиклем һөҙөмтә юҡ.
– Эләктереп алырлыҡ бер генә бәйләнеш тә юҡ шул, – ти ирекмәндәр.
Тағы бер тапҡыр уның билдәләрен күрһәтәбеҙ: буйы 170 см, ябыҡ. Сәстәре һары, күҙе асыҡ төҫтә. Ниндәй кейемдә сығып киткәне билдәле түгел. Әгәр уның ҡайҙалығын белһәгеҙ 89871060601 йәки 02 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: