Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Август 2020, 11:33

Белорет малайы йәшәү өсөн көрәшә

Белоретта тыуып үҫкән һигеҙ йәшлек Ярослав Көньяҡ Кореяла ҡаты сир – Юинга саркомаһы менән батырҙарса көрәшә.

Әсәһе Татьяна табиптарҙың организмда ялҡынһыныу процестарының барыуы арҡаһында һаман да химия терапияһын башлай алмауҙары тураһында яҙа.
Тәүҙә улар малайҙың хәле насарланыуы сәбәбен асыҡлай алмайҙар, һуңынан балала инфекция башланыуы билдәле була. “Анализ һөҙөмтәләре насар. Тағы ла тире аҫтына укол яһанылар. Был саҡта Ярославҡа ҡарарлыҡ хәл дә ҡалмай, йөрәккә ҡан һауғандай була, көс юғала... Ә ул бөтә палатаны яңғыратып ҡысҡыра, илай,” - тигән әсә.
Аҙаҡ баланың хәле бер аҙ яҡшырған, тән температураһы 37 градусҡа тиклем төшкән, ашай башлаған, хатта йөҙөндә йылмайыу күренгән. “Тик һаман да химия терапияһын кисектерәләр,” - ти Татьяна.
Малай әсәһе менән Сеул ҡалаһында. Улар бында Ҡытайҙан килергә мәжбүр булған, сөнки унда брахитерапия яһауҙан баш тартҡандар, тип хәбәр итә Bash.News. Кореяла дауаланыу һәм йәшәү өсөн күп аҡса кәрәк, ярҙам итергә теләгәндәр булһа, Татьяна Антошкина менән бәйләнешкә инә ала.
Фото:Bash.News
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: