«Ҡайһы ваҡыт шундай ихлас теләктәр теләгән комменттар була… Рәхәәәәт булып китә күңелгә! Көнө буйы рәхмәт уҡып йөрөйөм! Күптән түгел Үзбәкстандан бер хәҙрәт: «Көн дә Илһөйә өсөн доға ҡылам. Сәләм еткерегеҙ», — тип яҙған. Сабала ла, Әлмәттә лә, Түбәнге Камала ла, Ҡазанда ла, Башҡортостанда ла бар ундай, миңә бағышлап доға ҡылыусы кешеләр, беләм! Алланың рәхмәте яуһын һеҙгә! Мине ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешеләр ҙә бар араларында!