Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Июль 2020, 16:53

Бәләкәй ҡыҙҙары алдында...

Ҡот осҡос был яңылыҡ Силәбе өлкәһенән килде.

Кисә көндөҙ, 29 июлдә, Һатҡы ҡалаһы ситендә 31 йәшлек Өфө кешеһе вәхшиҙәрсә 30 йәшлек ҡатынын бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Был турала “Уфа1” порталы хәбәр итә.
Ғаилә машинала китеп барған. Улар ниндәйҙер сәбәп арҡаһында юл ситендә туҡтай һәм Александр менән Оксана араһында талаш сыға. Был ваҡытта салонда уларҙың ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙары ла ултырған була.
Бер мәл ир канцелярия бысағы ала һәм машина салонында ҡатынына бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә. Ә аҙаҡ уны тышҡа сығарып, үлтереүен дауам итә. Меҫкен ҡатын яуыз иренән ҡасырға маташа. Был ваҡиғаны юлда китеп барған шаһиттар видеоға төшөргән. Ир кеше ҡанға батҡан ҡатыны янында ултыра, ул бик тыныс була һәм енәйәт урынын ташлап китергә уйламай ҙа. Видеоға төшөргән кеше, "Етәр, нимә эшләйһең ул", тип ҡарай, тик һуң була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бында көнләшеү булыуы ихтимал. Имеш, иргә ҡатынының телефоны блокировкала булыуы оҡшамай.
Ул үҙ ирке менән полицияға бирелә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир сығышы менән Балаҡатай районы кешеһе, улар ғаиләһе менән Өфөлә йәшәгән. Тәфтишселәр “Айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Бер мәлдә әсәһен дә, атаһын да юғалтҡан бәләкәй ҡыҙҙарҙы үлгән ҡатындың әсәһенә тапшырғандар.
Тәфтишселәр эште тикшерә башлаған, улар был ҡанһыҙлыҡтың сәбәбен асыҡларға тейеш.
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: