Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Июль 2020, 15:55

Ләйсән ҡайҙа ашыға?

Ләйсән Үтәшева Раевкала бер аҙна булғандан һуң, социаль селтәрҙә түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

Билдәле милләттәшебеҙ, алып барыусы, спортсы Ләйсән Үтәшеваның йәйге көндәрҙең бер өлөшөн олатаһы менән өләсәһе янында, Әлшәй районының Раевка ауылында үткәреүе, яҡындары менән рәхәтләнеп ял итеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.
Асыҡланыуынса, Ләйсәнгә Мәскәүгә ҡайтыр ваҡыт еткән, ул был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр иткән һәм матур фото ла ҡуйған. Унда ул яратҡан олатаһы һәм өләсәһе янында ултыра.
“Тыуған Башҡортостаным, рәхмәт! Мин мотлаҡ әйләнеп ҡайтырмын...” - тип яҙған Үтәшева фото аҫтына. Шулай уҡ ул диңгеҙҙе һағыныуын да белдерә.
Ләйсән, ғөмүмән, Әлшәй яҡтарын бик ныҡ үҙ итеүе, уны “көс урыны” тип атауы мәғлүм. Ял иткән аҙна эсендә ул бик күп фотолар һәм ҡыҙыҡлы видеяҙмалар төшөргән, был эштә олатаһы ла ярҙам иткән.
Уларҙы Ләйсәндең Инстаграмдағы 24 миллиондан ашыу яҙылыусыһы рәхәтләнеп ҡарай.
Әүҙем һәм уңған милләттәшебеҙгә хәйерле юлдар теләйбеҙ!
Фото: геройҙың социаль селтәрҙәге битенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: