Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Июль 2020, 13:10

Еңеүсегә - автомобиль!

Гран-при яулаусыға быйыл төп бүләк — автомобиль. Бының өсөн...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында 10-11, 21-22 августа XV төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсы үткәрелә. Гран-при яулаусыға быйыл төп бүләк — автомобиль. Бының өсөн башҡорт халыҡ йырын урын еренә еткереп, бар күңелең менән йырларға кәрәк. Баһалама ағзалары һирәк башҡарылған халыҡ йырына өҫтөнлөк бирәсәк.
Йыр бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр 5 авгусҡа тиклем https://im.sibaytv.ru сайтына инеп, электрон заявка тултырырға һәм шунда йырҙы башҡарып төшөрөлгән видеоһын беркетергә тейеш.
Конкурста 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәшлек һәүәҫкәр, 17-45 йәшлек профессиональ йырсылар ҡатнаша ала. Ярыш шарттары буйынса йырсылар башҡарған йырҙың тарихын белергә тейеш. Конкурс хаҡында бөтә мәғлүмәт "Бәйләнештә" социаль селтәренең https://vk.com/irandek_mondar сәхифәһендә урынлаштырылған. Әйткәндәй, төркөмгә яҙылырға онотмағыҙ! Белешмәләр өсөн телефон һандары: 89273453133 - Гүзәл Ғиниәт ҡыҙы, 89373404114 - Гөлгөнә Мәжит ҡыҙы.
Конкурстың беренсе туры 10-11 августа онлайн-режимда үткәрелә.
Йыр-моң һөйөүселәр, бәлки, автомобиль асҡысы һеҙҙеке булыр, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, "Ирәндек моңдары"нда ҡатнашығыҙ , еңегеҙ һәм машина отоғоҙ!
Фото: Сибай ҡала мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: