Быйыл 1 сентябрҙә балалар нимә эшләр? Элекке йылдарҙағы кеүек мәктәпкә барырмы, әллә үткән уҡыу йылы аҙағындағы кеүек дистанциялы рәүештә өйҙән генә уҡырмы? Был темаға бәйле интернет мәҙәктәр менән тулды хатта. Ата-әсәләр һорау бирә: балаларҙы быйыл мәктәпкә кейендереү кәрәкме, әллә пижама ла етәме? Ысынлап та, көнүҙәк мәсьәлә.
Ошо көндәрҙә был һорауға илдең Мәғариф министрлығы рәсми яуап бирҙе. Уға ярашлы, сентябрҙә дистанциялы уҡыу күҙалланмай, 1 сентябрҙән балалар ғәҙәти форматта уҡырға барасаҡ.
– Беҙ 1 сентябрҙән бөтә мәктәптәр ҙә асылыр, йолаға ярашлы линейкалар булыр, тип әҙерләнәбеҙ. Һүҙ классик, традицион уҡытыу тураһында бара. Беҙ дистанциялы уҡытыуҙы индерергә йыйынмайбыҙ, – тине министр Сергей Кравцев.
Министр белдереүенсә, балалар һәм уҡытыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн "Роспотребнадзор"ҙың барлыҡ талаптары иҫәпкә алынасаҡ.
Быға тиклем, уҡытыу форматы тураһындағы ҡарар 20 августа ҡабул ителә тип хәбәр ителгәйне. Һәр төбәк үҙендәге хәлгә ҡарап, ҡарар ҡабул итергә тейеш ине.