Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Июль 2020, 16:50

Һауа торошо көйһөҙләнеүен дауам итә

Ҡойма ямғырҙар боҙборсаҡ менән аралаш килә. Ҡырмыҫҡалы һәм Архангель райондарында ла боҙборсаҡ яуған.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итә республика синоптиктары.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, шишәмбе, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төнъяҡтан талғын, йәшен ваҡытында киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +21...+26 градус.
Шаршамбы синоптиктар урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлай. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә +11...+16 градус, республиканың көнсығышында +6 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ +23...+28 градус.
Кесаҙна көндө лә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк.
Синоптиктар Башҡортостанға йылы һауа торошо ҡайтыуын күҙаллаһа ла, тәбиғәт ҡырыҫлығын иҫбатлай әле. Ҡойма ямғырҙар боҙборсаҡ менән аралаш килә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангель райондарында боҙборсаҡ яуған. Социаль селтәрҙәге фотоларға ҡарағанда, борсаҡтың дәүмәле ҙур булмаһа ла, күләме аптырата. Юл буйҙары ағарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай яуым-төшөм баҫыуҙарға ла, баҡсаларға ла ҙур зыян килтерә. Боҙборсаҡтан һуң үҫемлектәр күтәрелеп китмәй.
Шулай уҡ Бәләбәй районында ла боҙборсаҡ баҫыуҙарға зыян килтергән. Бөгөн ауыл хужалығы буйынса белгестәр ваҡиға урынында зыян күләмен баһалай.

Фото "Бәйләнештә" социаль селтәренән алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: