Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 12:00

Йәштәр тағы хайран ҡалдырҙы

Эстрадабыҙҙың йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдинов никахтан һуң ял итә тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ! Улар аҡса эшләү менән мәшғүл. Бының өсөн...

Башҡорт һәм татар эстрадаһының йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева һәм уның кейәүе Вилдан Шәмсетдинов тамашасыларын һәм тормоштарын күҙәтеп барғандарҙы аптыратыуын дауам итә.
Тәүҙә уларҙың мосолман йолаһы буйынса үткән никахы кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятһа, аҙаҡ артыҡ иғтибар хатта йәштәрҙе бер аҙ ҡурҡытты ла. Гөлназ Асаева артыҡ иғтибарҙың күңелдәрен ҡырыуын социаль селтәрҙә лә белдерҙе:
- Хөрмәтле журналистар, беҙ никах темаһына интервью биреүҙән баш тартабыҙ. Зинһар өсөн, беҙҙең директорҙарға, таныштарға, яҡындарыбыҙға шылтыратыуығыҙҙы туҡтатығыҙ! Аңлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!, - тип яҙғайны йырсы ҡыҙ.
Унан һуң йырсы социаль селтәрҙә үҙенең аудиторияһына ҙур рәхмәт белдереп сығыш яһаны:
– Ҡайнар сәләм, ҡәҙерлеләрем! Дуҫтар, минең сәхифәгә яҙыусылар, һеҙгә йылы һүҙҙәрегеҙ, ихлас ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Миңә әйткән теләктәрегеҙ үҙегеҙгә күп тапҡырға күберәк әйләнеп ҡайтһын! Хөрмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Һәр саҡ шулай асыҡ һәм ихлас булып ҡалығыҙ! – тип яҙҙы Асаева.
Хәҙер иһә йәштәр тынысланған һәм никахтан һуң ҡайҙалыр ял итергә киткән, тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ!
Гөлназ социаль сетәрҙә яңы видео өҫтәгән. Улар Вилдан менән унда... никахтан һуң килгән килемен иҫәпләй. Баҡһаң йәштәр был көндәрҙә аҡса эшләү менән мәшғүл.
Ә ниңә аптырарға? Концерттар юҡ, ә йәшәргә кәрәк. Шулай итеп, йәштәр дөрөҫ туҡланыу һәм организмдың детоксы өсөн өҫтәмәләр һатыу менән мәшғүл.
Аҙна буйына йәш кейәү менән кәләш бер нисә урында булырға өлгөргән, эшлекле осрашыуҙар үткәргән. Видеола күренеүенсә, эштәре бик тә һөҙөмтәле булған.
- Ниһәйәт, эш хаҡын алдыҡ! Юҡҡа эшләмәйбеҙ ҙә. Сит кешенекен түгел, үҙ аҡсаларымды күрһәтәм, - ти видеояҙмала йырсы.
Булдырам, тип тырышып ятҡан йәштәргә “афарин” тиергә генә ҡала.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото геройҙарҙың шәхси сәхифәләренән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Y-sht-r-ta-i-hayran-aldir-i-383445/
Читайте нас: