Даирә
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 12:00

Улар өйләнешәбеҙ тип ҡайтып барған...

Ильвираның 11 йәшлек ҡыҙы һәм инвалид әсәһе ҡалған. Улар ни эшләр?

Аҙна уртаһында Асҡын районының Әмир ауылында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Ҙур булмаған йылға күпере аша сыҡҡан саҡта “Лада Приора” автомобиле һыуға осоп төшкән.
Һыу шунда уҡ салонға тулған, машинала ултырған кешеләргә бәләнән ҡотолоу юлы булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария урынында 34 йәшлек водитель ир һәм 32 йәшлек ҡатын йән биргән.
Әле уларҙың кем булыуы асыҡланды. Йәрмәкәй ауылында йәшәгән Ильвира М. менән Асҡын районының Әмир ауылында йәшәгән Филүс Я. дуҫлашып йөрөгән.
Дуҫлашыу ғына түгел, улар өйләнешергә йыйынған. Тап ошо маҡсатта – никах тураһында һөйләшеү өсөн - улар Филүстең ауылына ҡайтып барған.
Ильвираның 11 йәшлек ҡыҙы һәм инвалид әсәһе тороп ҡалған. Улар яҡын кешеләрен юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә.
– Мин уны бик ярата инем, беҙ бергә үҫтек. Унһыҙ нисек йәшәрмен. Ул бик сағыу, күңелсәк кеше ине. Әле ҡыҙы менән әсәһенә бик ауыр, унһыҙ нисек йәшәрҙәр, – ти Ильвираның апаһы Лиана.
Ғашиҡтарҙы тыуған ауылдарында ерләгәндәр.
Ә республиканың Башавтоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, авария сәбәптәренең береһе булып тиҙлекте арттырыу тора. Ул көндө ямғыр яуа ине, күрәһең, водитель тиҙлекле арттырып килгән һәм юлдың ҡатмарлы участкаһында идараны юғалтып, күперҙән осҡан.
Күренеүенсә, бер ҡабаланыу ике кешенең ғүмерен өҙгән, нисәмә кешене бәхетһеҙ иткән.
Юлдарҙа һаҡлыҡ тураһында бер ҡасан да оноторға ярамай. Ҡағиҙәләр ҡан менән яҙылған.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ular-yl-nesh-be-tip-aytip-bar-an-383215/
Читайте нас: