Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 11:15

Тағы бер пенсионер отолған...

Һөҙөмтәлә ул 600 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Өфөлә 69 йәшлек ҡатын телефон аша мутлашыусыларҙың ҡорбаны булған.
Ул ошо хаҡта белдереп, полицияға ғариза яҙған.
Мәғлүм булыуынса, пенсионерға бер ир шылтыратып, үҙен банктың хәүефһеҙлек бүлегенең өлкән хеҙмәткәре тип таныштырған.
Әңгәмә барышында ул ҡатынды уның иҫәбенән аҡсаһын урларға маташыуҙары, шуға аҡсаны банк картаһына күсерергә талап ителеүенә инандырған.
Пенсионер ҡатын, ышанып, мутлашыусының ҡушҡандарын тулыһынса үтәгән, раҫлау кодтарын да әйткән. Һөҙөмтәлә ул 600 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ta-i-ber-pensioner-otol-an-375370/
Читайте нас: