Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 10:55
Настя һөйләй башларға булған
Әллә шәбәйә башлағанмы?
Анастасия Заворотнюктың ҡурҡыныс сир менән ауырый башлауына оҙаҡламай бер йыл була ла инде. Уның мейе яман шеше менән сирләп китеүе тураһында былтыр көҙ башында билдәле булғайны.
Ғәҙәттә, уның кимәлендәге йондоҙҙар сирләһә, был турала бөтә нимә шунда уҡ бар ғаләмгә билдәле була. Сирлеләр үҙҙәре лә, туғандары ла төрлө ток-шоуҙарҙа ҡатнаша, интервьюлар бирә. Ә бына Настяның осрағында тап киреһе булды. Үҙе лә, ғаилә ағзалары ла шымды ла ҡуйҙы. Яратҡан актрисабыҙ сирләй башлағаны бирле бер рәсми сығыштары булманы.
Шулай ҙа тегенән-бынан килгән яңылыҡтарҙан шул аңлашылды: Настяла яман шеш, сир мейеһендә һәм ул бик ҡурҡыныс. Ул тәүҙә сит илдәрҙә, аҙаҡ Рәсәйҙә дауаланды. Коронавирус пандемияһы башланғас, уны карантинға өйөнә ҡайтарыуҙары ла билдәле ине. Яҡындары, балалары һәм ире янынан китмәй ҡарағанын да беләбеҙ.
Әле нисек икән уның хәле? Асыҡланыуынса, Анастасия оҙаҡламай телевидениеға сығып беренсе тапҡыр интервью бирергә ҡарар иткән. Ул үҙенең диагнозы, уны ниндәй препараттар менән дауалауҙары, дауаланыу барышы тураһында барыһын да һөйләп бирмәксе.
Тимәк, уның хәле яҡшырған. Уның өсөн ҡыуанырға ғына ҡала. Интервьюһын көтәйек, нимә тиер.
Фото:
rrnews.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nastya--yl-y-bashlar-a-bul-an-383770/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан