Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 12:55

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

Өфөлә ҡаланың тарихи һәм үҙенсәлекле урындары буйлап үҙенсәлекле экскурсиялар башлана. Мауыҡтырғыс сарала ҡатнашыу бушлай.

Үҙ эшенең оҫтаһы булған гид менән баш ҡалабыҙ буйлап сәйәхәт итергә мөмкин. Беренсе экскурсия 29 июлгә планлаштырылған.
Маршрут мауыҡтырғыс. Өфө буйлап йәйәү йөрөгәндән һуң, баш ҡалабыҙға ҡарата бөтөнләй икенсе ҡараш барлыҡҡа килер, моғайын. Өфө – бихисап танылған артистарҙың, шағирҙарҙың, спортсыларҙың һәм башҡа ошо ҡалала тыуып үҫкән, исемдәре бар донъяға таныш шәхестәрҙең тыуған төйәге. Земфира, Юрий Шевчук, Рудольф Нуриев кеүек билдәле яҡташтарыбыҙ йөрөгән урамдар буйлап сәйәхәт ҡылыу мөмкинлегенән файҙаланығыҙ.
Экскурсиялар һәр аҙнаның шаршамбы һәм йома көндәрендә көнөнә ике тапҡыр – 19.00 һәм 20.30 сәғәттәрҙә башланасаҡ.
Мотлаҡ шарт бар: битлек кейергә һәм экскурсанттар араһында социаль аралыҡты һаҡларға кәрәк буласаҡ.
Осрашыу урыны – “Ҡунаҡһарай”ҙағы “TERRA BASHKIRIA” объекты. Был саралаҺәр кем ҡатнаша ала. Экскурсияға эләгеү өсөн terrabashkiria.ru: https://terrabashkiria.ru/open-bashkortastan/ufa/ сайтында теркәлергә кәрәк.
Төркөмдәрҙә кешеләр һаны 12-гә тиклем сикләнгән. “Өфө – бик ҡыҙыҡлы ҡала ул. Тик уның хаҡында барыһы ла, шул иҫәптән өфөләр үҙҙәре лә, белеп бөтмәй. Баш ҡала йәшәүселәр һәм уның ҡунаҡтары ошо төбәк тураһында күберәк хәбәрҙар булыуын теләйбеҙ”, – тип бедергән республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
Әйткәндәй, был үҙенсәлекле экскурсияларҙы ошо комитет, Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Баш ҡала” туристик фирмаһы ойоштора.
Фото: республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/M-mkinlekt-n-fay-alanip-ali-i-382832/
Читайте нас: