Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 22:52

Кирилл менән нимә булған?

Санкт-Петербургтан аяныслы хәбәр килде: Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль солисының ғүмере фажиғәле өҙөлгән. Апаһы Ольга был хаҡта түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

Санкт-Петербург ҡалаһында Өфө егете - Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Кирилл Антропов фажиғәле һәләк булған. Был хаҡта уның апаһы Ольга социаль селтәрҙәр аша хәбәр иткән.

"Минең ғаиләмдә күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы. Кесе туғаным Кирилл бейеклектән осоп төшкән. Ни эшләп улай килеп сыҡҡанын әле үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ", - тип яҙған ҡыҙ.
Ольга коронавирус инфекцияһына бәйле ҡустыһының кәүҙәһен Өфөгә алып ҡайтыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр тип ҡурҡа.
Был хаҡта Санкт-Петербург ҡалаһындағы тәфтишселәр ҙә иҫкәрткән. Шунлыҡтан ҡыҙ был эштә ярҙам һорап, республика етәкселәренә мөрәжәғәт иткән. Республика Башлығы Хакимиәтендә хәлде контролгә алыуҙары хаҡында белдергәндәр.

Шулай уҡ Кирилл эшләгән ансамбль хеҙмәтәкәрҙәре лә, "Уфасити" порталы менән бәйләнешкә инеп: "Ысынлап та, беҙҙең солист Кирилл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Питерға ул шәхси эштәре менән барған. Ансамбль әле отпускыла. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, коллектив беҙҙә татыу, яҡындарына ярҙам итербеҙ", - тип яуаплағандар.
Йәш, талантлы, өмөтлө егеттең ғүмере шулай иртә өҙөлөүе бигерәк аяныс. Яҡындарының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото Ф. Ғәскәров ансамбле архивынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: