Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 21:58
Хәниә Фәрхиһеҙ өс йыл...
Нәҡ бынан өс йыл элек, 2017 йылдың 27 июлендә йырсы, бик күп йырҙар фестивалдәре лауреаты, яҡташыбыҙ Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова (Хәниә Фәрхи) 58-се йәшендә вафат булды.
Х.Ф. Биктаһирова 1960 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Тәтешле районының Үрге Сәләй ауылында тыуған. Күрше Бәҙрәш ауылы мәктәбендә уҡый. Ҡазан театр училищеһын тамамлағас, К. Тинчурин исемендәге театр актрисаһы булараҡ ижад юлын башлай. Мәскәү филармонияһы ҡарамағындағы “Байрам” халыҡ йырҙары ансамблендә солист, һуңғы йылдарҙа ошо уҡ ансамблдең һәм “Байрам” йыр театрының художество етәксеһе була.
Автор һәм башҡарыусы, сценарист һәм режиссер Хәниә Фәрхиҙе халыҡ эстрадаһының ысын һандуғасы тип йөрөттөләр. Уның репертуарын 300-ҙән ашыу йыр биҙәне. “Әлдермешкә ҡайтам әле”, “Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә”, “Онотолор тимә”, “Ҡазан кистәре”, “Ҡышҡы сейә” һәм йырсы үҙе ижад иткән “Һағынам һине, Питрәч” йырҙары уға айырыуса ҙур танылыу килтерә. Тамашасылар Хәниә Фәрхиҙең Р. Ибраһимов, Ф. Ғафаров, С. Фәтхетдинов, А. Ғәлимов менән дуэттарын айырыуса яратты.
Танылған йырсы үҙенең тамырҙары хаҡында бер ваҡытта ла онотманы. Хәниә Фәрхи гастролдәр менән тыуған яғына йыш ҡайтты. Башҡорт йырҙарын һөнәри башҡарыусыларҙың “Башҡорт йыры” телевизион конкурсы ла уның әүҙем ҡатнашлығында үтте. Йырсы Тәтешле районында уҙғарылған “Тыуған ауылым” республика халыҡ байрамында ла даими сығыш яһаны. Хәниә Фәрхиҙең концерттары һәр саҡ аншлаг менән барҙы, тамашасылар уны ихлас ҡабул итте һәм бөгөн дә уның ижадын һөйөүселәр йырсының йырҙарын тыңлай, онотмай.
Һуңғы һулышын да Тәтешле ҡыҙы үҙенең тыуған яғында ала. Ул саҡта Хәниә Фәрхи үҙенең әсәһе янына хәл белешергә ҡайта, емеш-еләк йыя, әммә һис кенә үҙенең сәләмәтлегенә зарланмай. Һеңлеһе Фирүзә менән Ҡазанға ҡайтыр юлға сығыр алдынан кейәүе Илшатҡа аш бешереп әҙерләгән, хатта ҡыяр тоҙларға ла өлгөргән. Аҙаҡ улар машина менән юлға сыҡҡан һәм күп тә үтмәй яратҡан йырсыбыҙҙың хәле насарайған. Дауаханала уның ғүмере өҙөлә...
Өс йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан һәм Татарстандың йыр һөйөүселәре үҙҙәренең яратҡан йырсыһын онотмай, уның тураһында матур хәтирәләр һаҡлай, Хәниә Фәрхи башҡарған йырҙар көн һайын радио тулҡындарында һәм зәңгәр экрандарҙа яңғырап тора. Киләсәктә уның тураһында кино төшөрөлөүе лә ихтимал.
Фото: realnoevremya.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/H-ni-F-rhi-e--s-yil-385384/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде