Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 14:05

Енәйәтселәр тик ятмай

Енәйәттәрҙең күбеһе спиртлы эсемлекттәр ҡуланыу арҡаһында ҡылына

Сираттағы ведомство-ара комиссия ултырышында енәйәтселеккә ҡаршы көрәш һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса мәсьәләләр тикшерелде.
Ысынлап та, коронавирус таралыу хәүефе арҡаһында үҙаллы изоляция режимы иғлан ителеп, халыҡ өйҙә ултырырға мәжбүр булды. Бер аҙ ыңғай факттар күҙгә ташланды, теркәлгән енәйәттәр һаны ла аҙайған. Мәҫәлән, сит мөлкәтте урлау 25 процентҡа кәмегән. Шуға ҡарамаҫтан, енәйәтселәр тик ятмай. Бигерәк тә был осорҙа ғаилә-көнкүреш талашының артыуы һиҙелә, тинҽ үҙ сығышында полиция бүлеге хеҙмәткәре Данис Ғәлиәхмәтов. Уларға ғаилә янъялдары факттары буйынса 145 мәртәбә сығырға тура килгән. Бынан тыш, пандемия бер юлы виртуаль енәйәтселекте лә йәнләндереп ебәрҙе. Мутлыҡ һаны арта, улар араһында банк иҫәбенән аҡса урлау ҙур популярлыҡ яулай.
Нигеҙҙә, енәйәт ҡылыуҙар, хоҡуҡ боҙоуҙар алкоголь ҡабул иткән кҽшҽләр тарафынан башҡарыла. Бөгөн эскелек афәтенә ҡаршы етди көрәш бара. Ағыулы спиртлы эсемлектәр һатыуға һәм ҡулланыуға ҡаршы көрәш ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. Халыҡтан көмөшкә, суррогат араҡы һатыу нөктәләрҽ тураһында бик күп мәғлүмәттәр килгән. Районда барлығы спиртлы эсемлек һатыусы 32 ғаилә яуаплылыҡҡа тарттырылған, 25 тонна законһыҙ спиртлы эсемлек тартып алынған.
Өлкәндәр араһында эскеселекте профилактикалау бер ваҡытта ла үҙенең актуаллеген юғалтмай. Ауыр үҫмерҙәр менән эшләү – профилактик сараның иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Үҫмерҙәрҙең спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуы ғәҙәтигә әйләнә бара. Алкоголь йоғонтоһо аҫтында үҫмерҙәр енәйәтселеккә бара. Уҙған осорҙа Прибельский, Һыуыҡ Шишмә, Илтирәк ауылдарынан 3 йәш кеше хоҡуҡ боҙған өсөн иҫәпкә алынған. Үҙәкләштерелгән дауахана системаһы наркологы Илһөйәр Матякулова әйтеүенсә, райондың 442 кешеһенә хроник алкоголизм диагнозы ҡуйылған, 38 кеше наркотиктар ҡулланыусылар иҫәбендә тора. Был һандар, әлбиттә, уйландырырға мәжбүр итә. Уҙған йылда 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге 297 уҡыусыға наркотик матдәләр ҡулланыуға тикшереү үткәрелгән. Ҡыуанысҡа күрә, һөҙөмтәләр кирене күрһәтә.
Шулай уҡ комиссия эшендә Шайморатов һәм Иҫке Муса ауыл Советтары ауыл биләмәләре башлыҡтары ла ҡатнашты. Шайморатов ауыл Советы хакимиәте башлығы Илвир Моратшин әйтеүенсә, биләмәлә, дөйөм әйткәндә, енәйәтселек буйынса хәл тотороҡло. Полиция бүлеге яғынан дәғүә юҡ. Халыҡ менән осрашып, һөйләшеүҙәр алып барыла. Ә бына Иҫке Муса ауыл Советында проблемалар етерлек. Иң мөһим проблемаларҙың береһе, әлеге лә баяғы эскеселек. “Әлбиттә, эскеселеккә ҡаршы профилактика үткәрелә, ауыл старостаһы һәм участка полицейскийы менән берлектә өй беренсә йөрөп, халыҡ менән күҙмә-күҙ күрешеп, һөйләшәбеҙ. Шулай уҡ һәр ауылдың үҙенең чаты бар, бөтә мәғлүмәтте шунда индереп барабыҙ. Бынан тыш, беҙҙең биләмәлә сит ил кешеләренең күпләп йәшәүе һәм баҡсасылыҡтар булыуы үҙ йоғонтоһон яһай”,- ти Иҫке Муса ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова.
Именлек һәм тәртип һағында булайыҡ, енәйәткә юл ҡуймайыҡ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Читайте нас: