Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 22:26
Битлек режимы - мотлаҡ!
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә коронавирус инфекцияһына ҡағылған мәғлүмәтте тикшермәй үтмәй. Бөгөн дә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.
– Һуңғы тәүлек эсендә коронавирус 36 кешелә табылған. Шулай итеп дөйөм сирлеләр һаны 6607 кеше тәшкил итә. Амбулатор дауаны 1536 кеше ала, стационарҙарҙа – 204 кеше ята. 35 кеше ауыр хәлдә, – тине ул.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлау менән дауаханаларҙан 4845 кеше һауығып сыҡҡан.
Радий Хәбиров кешеләрҙең йәмәғәт урындарында битлек кеймәй башлауына борсолоу белдерҙе.
– Беҙҙең бик етди һөйләшеүҙәр булды, табиптар мөмкин булғанса ныҡ итеп санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе һораны. Улар фекеренсә, беҙ инфекцияға еңел ҡарай башланыҡ. Республикала битлек режимы ла, социаль дистанция ла насар үтәлә, – тине ул.
Радий Фәрит улы коронавирус менән зарарланыу мөмкинлеге ҙур булған урындарҙа битлек кейеү мотлаҡ тине.
– Дәүләт учреждениелары, сауҙа, йәмәғәт транспорты – был урындарҙа битлек кейеү мотлаҡ, – тине ул.
Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала 100 мең кешенең 163,1-е яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланған. Шул уҡ ваҡытта дауаханаларҙа урындар һәм дарыуҙар менән проблема юҡ.
– Бөгөн “ковид”-сирлеләр өсөн стационарҙарҙа дөйөм фондтың 43 процент урыны бар. Кәрәкле дарыуҙар, шәхси яҡланыу, дезинфекция саралары запасы ике айға етә, – тине ул.
Зубово ауылындағы махсус инфекция дауаханаһында булған 340 урындың 302-еһендә сирлеләр ята, 28 кеше интенсив терапия бүлегендә.
Фото:
md-gazeta.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bitlek-regimi-motla-384541/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин